Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Июнь 2018, 12:05

Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе

Изге күңелле, хәстәрлекле, яуаплы, кескәйҙәрҙе сикһеҙ һөйөүсе, яраҙамсыл - Первомайский балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Марина Степановна Дудинаның (һүрәттә) төп сифаттары.

Изге күңелле, хәстәрлекле, яуаплы, кескәйҙәрҙе сикһеҙ һөйөүсе, яраҙамсыл - Первомайский балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Марина Степановна Дудинаның (һүрәттә) төп сифаттары.

Ул Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫә. Кейәүгә сыҡҡас, 1984 йылда иренең тыуған Николькое ауылына күсенә һәм Первомайский балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаша. Шул ваҡыттан алып Марина Степановна намыҫлы эшләй, беренсе квалификация категорияһына эйә.

Бындай педагогтарҙы үҙ эшенең оҫтаһы тиҙәр. Төркөмдә барлыҡ кескәйҙәр өсөн Марина Степановна - икенсе әсәй. Изгелекле һәм бер үк ваҡытта талапсан, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер, ә иң мөһиме, ул кескәйҙәргә үҙҙәренә оҡшаған шөғөл таба, ҡыҙыҡлы эш менән ҡыҙыҡһындыра белә.

Юҡҡа ғына балаларҙы «Тормош сәскәләре», ә тәрбиәселәрҙе - «Баҡсасы» тип атамайҙар. Уларҙың хеҙмәтен ысынлап та ҙур тырышлыҡ менән төрлө үҫемлектәр үҫтергән баҡсасы хеҙмәте менән сағыштырырға мөмкин. Берәүҙәр - яҡтылыҡ һәм йылы, икенселәре - күләгә ярата. Балалар менән дә шулай уҡ. Уларҙың һәр ҡайһыһы менән уртаҡ тел табырға, иғтибар бүлергә, наҙ һәм һөйөү бүләк итергә кәрәк. Марина Дудинаның был бик яҡшы килеп сыға! Ул балаларҙы аңлай, уларға тулыһынса асылырға, үҙҙәрен иркен тоторға ярҙам итә.

Бынан тыш, ул заманса компьютер технологияларынан файҙаланып, белем биреү эшмәкәрлеген белемле һәм ҡыҙыҡлы үткәрә, кескәйҙәр менән район конкурстарында ҡатнаша.

Марина Степановна - оҫта хужабикә, һөйөклө тормош иптәше, хәстәрлекле әсәй, өләсәй. Ире Юрий Петрович менән өс бала үҫтереп, уларға юғары белем алырға ярҙам итәләр.

Коллективта Марина Дудина абруйлы хеҙмәткәр. Беҙ уны яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм һәр ваҡыт уның ярҙамын тоябыҙ. Уның менән эшләүе еңел һәм рәхәт.

Ул - һөнәренә ғашиҡ һәм эшен ихлас күңелдән башҡарған ханым.

Аида ДӘҮЛӘТШИНА,

Первомайкий балалар баҡсаһының профсоюз ойошмаһы рәйесе.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: