Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Май 2018, 11:13

Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр ҡыңғырауҙың моңло сыңлауы

Ҡыҙҙар аҡ банттар таҡҡан, ә егеттәр - матур галстуклы пинжәктә. Бындай тантана өсөн сәбәп ҙур - бөгөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Һис шикһеҙ, тулҡынланыу өсөн сәбәптәр ҙә күп: имтихандар тапшырыу, аттестат алыу һәм... һөнәр һайлау. Тормошта перспективалы һәм яратҡан эш табыу өсөн ҡайҙа уҡырға барырға. Әммә бөгөн борсолоуҙарға урын юҡ, бөгөн ҙур байрам.

Улар бәләкәй саҡтан ошо ишек тупһаһы аша үтеп, парта артына ултырып, беренсе уҡытыусылары менән танышҡан. Ошонда дуҫтар тапҡан. Тәүге еңеүҙәр яулаған. Уңышһыҙлыҡтар ҙа кисергән, үҫеп буй еткергән. Һәм бына ошо ғәмһеҙ бала саҡ иленән оло тормошҡа аяҡ баҫыу мәле лә килеп етте. Кисә райондың барлыҡ мәктәптәрендә тантаналы саралар уҙҙы. Ағымдағы уҡыу йылында райондың 9 класынан 209 уҡыусы төп мәктәп курсын тамамлай һәм 11 класты тамамлаусы 100 уҡыусы үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫа. Шуларҙың 18е «Уҡыуҙа айырыуса ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына дәғүә итә.

Иртән иртүк тантаналы линейкалар үткән мәктәптәр айырыуса шатлыҡлы мөхиткә күмелде. Был байрам көнөндә мәктәпте тамамлаусылар район хакимиәте вәкилдәренән, уҡытыусыларҙан, дуҫтарынан, ата-әсәләренән ҡотлауҙар ҡабул итте. Ә улар, үҙ сиратында, сығыштарында мәктәпкә булған һөйөүҙәрен күрһәтергә тырышты. Өлкәнәйеп, улар ысынлап та уҡытыусыларҙың хеҙмәтен ҡәҙерләргә өйрәнгән, педагогтарҙың уларға бар күңелен һалып, хатта рәхмәт тә көтмәүен, һәр уҡыусыһының һәйбәт кеше булырына өмөтләнеүен һәм ихлас ышаныуын аңлаған.

Район үҙәгенең 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә һуңғы ҡыңғырау (һүрәттә) шатлыҡлы һәм бер үк ваҡытта бер аҙ моңһоу үтте. Сара үткәрелгән мәктәп алдында буш урын юҡ ине тиерлек. Уҡытыусылар, ата-әсәләр, ҡунаҡтар - уларҙың барыһы ла түҙемһеҙлек менән тантананың башланыуын көттө. Мәктәпте тамамлаусыларға БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты ярҙамсыһы Альбина Ҡасимханова, Пенсия фонды идаралығы начальнигы Лилиә Кәримова, мәктәп директоры Рафиҡ Әбүләев, филология фәндәре кандидаты, БР халыҡ һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ Маҡтаулы белем биреү хеҙмәткәре, халыҡ мәғарифы отличнигы Миңлехәнә Баһауетдинова, уларҙың беренсе уҡытыусылары, ата-әсәләре ҡотлауҙар һәм теләктәр менән мөрәжәғәт итте.

Быйыл 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә һуңғы ҡыңғырау 11 класты тамамлаған 51 һәм 9 класты тамамлаған 59 уҡыусы өсөн яңғыраны. 11 класс уҡыусылары араһында биш кеше район хакимиәте башлығы стипендияһына лайыҡ булды. Был Дилара Абдрахманова, Ринат Ғәләүетдинов, Рөстәм Йыһаншин, Залина Шәрипова, Илнур Хөсәйенов. Алина Кәримова һәм Алина Баязитова «Persona Grata» педагогик коллективы премияһы менән бүләкләнде. Залина Шәрипова Н.М.Баһауетдинов исемендәге премия менән бүләкләнде.

Мәктәпте тамамлаусылар башҡарыуында күңелгә үтеп инерлек йырҙар, шиғырҙар һәр кемгә мәктәп йылдарын хәтергә төшөрҙө. Һәм йәп-йәш, бәхетле, маҡсатлы ҡыҙҙар һәм егеттәр мәктәп вальсында әйләнде... Алда - ҡыҙыҡлы һәм онотолғоһоҙ оҙон юл. Һәм был һуңғы ҡыңғырау - яңынан-яңы үрҙәр яулауҙа беренсе баҫҡыс ҡына! Йылдар үтеү менән күп нимә хәтерҙән юйыласаҡ. Мәктәптәге дуҫтар фотоһүрәттәргә ҡарағанда ғына иҫкә төшөр. Ҡыҙҙар йәшерен генә күҙ йәштәрен һөртә. Ир ҡорона ингән егеттәрҙең күҙҙәрендә лә моңһоулыҡ сағыла. Әммә шулай ҙа бөгөн ҙур байрам - һуңғы ҡыңғырау, мәктәп менән хушлашыу.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: