Конкурс тамамланғандан һуң Альбина Әғзәм ҡыҙы үҙенә: «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы һәр ҡатнашыусы өсөн һөнәри һәм ижади оҫталыҡ бейеклеге булып тора. Бында иң һәләтле, үҙ-үҙенә ышанған, яңылыҡтар эҙләгән, яҡты киләсәккә ынтылған шәхестәр йыйыла. Мин шундай тәжрибә алғаным өсөн конкурсҡа рәхмәтлемен. Миңә ышаныс белдергәндәрҙең барыһының да - мәктәп директоры, хеҙмәттәштәрем, ойоштороусыларҙың өмөттәрен аҡлағым килде», - тигән һығымта яһай.
Эйе, бөгөн мәктәп - инновацион технологиялар, төрлө эшмәкәрлек төрҙәре һәм мәңгелек двигатель, ул беҙгә, уҡытыусыларға, иң мөһим эште - балаларҙы уҡырға өйрәтергә булышлыҡ итә. Яҡшы билдәләр өсөн генә түгел, белем алыр өсөн уҡырға кәрәк. Сөнки улар хыялдарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Көндәлек эш ваҡытында, дәфтәрҙәр тикшергәндә, ҡайһы саҡ дәрескә әҙер булмаған уҡыусылар менән ҡатнашыусыларҙың барыһына ла үҙҙәрен күрһәтеү, ресурстарын һәм һәләттәрен асыу мөмкинлеге бирелде. Бына Альбина Әғзәм ҡыҙы ла беҙҙең ышанысты аҡланы!
Альбина 2006 йылда «Башланғыс кластар уҡытыусыһы» белгеслеге буйынса Салауат педагогия колледжын, ә 2009 йылда «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» белгеслеге буйынса М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлай. Уның педагогик стажы - 11 йыл. Был ваҡыт эсендә Альбина Әғзәм ҡыҙы үҙен ижади уҡытыусы булараҡ күрһәтте, ул эшһөйәрлеге, башлаған эште аҙағына тиклем еткереүҙә ныҡышмалылығы, яуаплылығы менән айырылып тора. Уҡытыу процесында ул инновацион методика һәм технологиялар ҡуллана, уҡыусыларҙың фекер йөрөтөү эшмәкәрлеген әүҙемләштергән төрлө ысулдарҙы һайлауға ижади ҡарай.
Уның дәрестәрендә бер ҡасан да күңелһеҙ түгел. Ул һәр уҡыусы менән дуҫ. Уҡыусылары башҡорт теле буйынса район, республика һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаларында, шиғыр уҡыу һәм информацион технологиялар буйынса эш конкурстарында призлы урындар яулай. Уҡытыусы бихисап дипломдар, Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. 2016-2017 йылда Альбина Әғзәм ҡыҙы мәктәп алды участкаһы мөдире булып эшләне. Шул саҡта ла ул эшкә яуаплы ҡараны. 2016 йылда «Юннат-2016» республика конкурсында ҡатнашып, үҙенең тикшереү эше менән уңышлы сығыш яһаны һәм «Хеҙмәт берләшмәләре» номинацияһы буйынса Башҡортостан Республикаһы буйынса икенсе, ә район смотр-конкурсында беренсе урын яуланы.
Альбина Әғзәм ҡыҙына артабан да ярҙамсыл һәм изге күңелле булып ҡалыуын теләйем, сөнки илебеҙҙең киләсәге - йәш уҡытыусылар ҡулында. Баланың уңышлы, бәхетле тормошо һәм карьераһы уның уҡыусыны илһамландыра белеүенә бәйле. Киләсәктә барлыҡ педагогтарға, айырыуса йәштәргә, эштәрендә яңы ижади асыштар һәм уңыштар теләйем.
Стәрлебаш башланғыс мәктәбе директоры.
Фото автор тарафынан бирелде.