Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Март 2018, 14:19

«Үҙенсәлекле балаларға» – айырыуса педагогик оҫталыҡ

Күптән түгел, Стәрлетамаҡ ҡалаһында дәүләт бюджет махсус (коррекция) белем биреү учреждениелары педагогтарының «Йыл уҡытыусыһы-2018» конкурсының зона этабы тамамланды. Унда беҙҙең районды коррекция мәктәп-интернаты педагогтары – тәрбиәсе Ринат Ғәлиев, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Рамаҙанова (һүрәттә) күрһәтте.

Уның һөҙөмтәһе буйынса, еңел булмаған һәм ныҡышмалы ярышта Әлиә Әсҡәт ҡыҙы маҡтаулы икенсе урын яуланы. Ринат Рәйес улы «Намыҫ һәм абруй» номинацияһында бүләкләнде. Билдәләп үтергә кәрәк, әлеге конкурс республикала традицияға әүерелгән һәм педагогтарыбыҙ унда йыл һайын призлы урындар яулай. Уҙған зона этабында Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалаларының, Стәрлебаш, Табын, Ермолаево, Воскресенское ауылдарының махсус мәктәптәренән иң яҡшы 16 педагог (һигеҙ уҡытыусы һәм һигеҙ тәрбиәсе) ҡатнашты. Конкурс ике этапта үтте. Тәүгеһендә ҡатнашыусылар жюри ағзалары хөкөмөнә «Минең һөнәрем – минең булмышым» эссеһын, ә унда эш тәжрибәһен, матбуғатта баҫылған әҫәрҙәрҙе сағылдырған материалдар, асыҡ дәрестәр күрһәтте. Икенсе турҙың конкурс заданиеларына үҙең менән таныштырыу, видеопрезентация һәм һорау-яуап инде.

Мәктәптә эшләү һәр ваҡыттағыса ябай түгел, ә «үҙенсәлекле балалар» менән эшләгәндә айырыуса оҫталыҡҡа эйә булырға кәрәк. Ундай балаларҙың ышанысын яулау еңел түгел, улар шунда уҡ өлкәндәрҙең үҙҙәренә ҡарата мөнәсәбәтен һиҙә. Конкурс һынауында ҡатнашҡандарҙың барыһы ла ошондай мәктәптәрҙә байтаҡ йылдар эшләй, улар тәрбиәләнеүселәренең ышанысын һәм һөйөүен яулай алған. Был үҙ эшенең оҫталарына, таҙа, саф, изге күңелле, эскерһеҙ кешеләргә генә хас.

Педагогтар ғына түгел, мәктәбебеҙ уҡыусылары ла төрлө зона һәм республика конкурстарында лайыҡлы сығыш яһай. Күптән түгел Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжында үткән «Фәнгә бер аҙым» республика фәнни-практик конференцияһында 6 класс уҡыусыһы Светлана Зубарева (етәксеһе Әлиә Рамаҙанова), һәм 4 класс уҡыусыһы Кристина Тюрина (етәксеһе Ирина Ғәзизуллина) призерҙар булып, Дипломдар менән бүләкләнде.

Альбина МИФТАХОВА,

Стәрлебаш ауылы коррекция мәктәп-интернатының башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Фото Ә.Рамазанованың шәхси архивынан алынды.
Читайте нас: