Балаларҙа туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында, беҙ балалар баҡсаһында төрлө саралар ойошторабыҙ. Тәү сиратта, дәрестәр үткәрәбеҙ, уның темаһы һәм оҙонлоғо баланың йәшенә ҡарап, нигеҙҙә, көндөң тәүге яртыһында, балаларҙың иң әүҙем сағында үткәрелә. Ә көндөң икенсе яртыһында, йоҡлап торғас, һөйләшеүҙәр аша өйрәнгән яңы һүҙҙәрҙе, һүҙ бәйләнештәрҙе һәм һөйләмдәрҙе нығытабыҙ. Телгә ҡыҙыҡһыныу, уны аңларға теләк уятыу, һөйләшергә өйрәтеү өсөн занятиеларҙы уйын формаһында үткәрәбеҙ. Милли хәрәкәтсән уйындарға айырыуса иғтибар бирәбеҙ. Тәрбиәләнеүселәргә туған телдә тирә-яҡтағы әйберҙәрҙе аңлатҡан һүҙҙәрҙе, һүҙ бәйләнештәрҙе өйрәтеү - төп бурысыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ. Балаларҙың һүҙ байлығы көндән-көн арта, бер-береһен һәм ололарҙы яҡшы аңлайҙар. Ата-әсәләр менән дә тейешле эш алып барыу мөһим. Бының өсөн төркөмдөң ҡабул итеү бүлмәһендә «Беҙ башҡортса өйрәнәбеҙ» тигән йәки оҡшаш мөйөш ойоштороу, шиғырҙар, йомаҡтар, тиҙәйткестәр яҙып элергә мөмкин. Башҡорт телендә гәзит-журналдарға яҙылып, балаларға йыш ҡына төрлө мәҡәләләр, әкиәттәр уҡыйбыҙ, был да ҙур әһәмиәткә эйә. Тел өйрәнеү процесы балаларҙа илһөйәрлек һәм гражданлыҡ, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары менән туранан-тура таныштырыу һәм һөйөү уятыу мөмкинлеге бирә. Шул уҡ ваҡытта балаларҙың хәтерен нығытыу, иғтибарлылығын, күҙаллау ҡеүәтен үҫтереүҙә лә тел өйрәнеү ҙур роль уйнай. Ағымдағы йыл республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителеүен иҫәпкә алып, ошо көндәрҙә «Минең ғаиләм» сараһын үткәрҙек. Ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең ата-әсәләре, ғаилә йолалары тураһында ҡыҙыҡлы һәм эстәлекле һөйләне, һүрәттәр төшөрҙө. Сара бик йөкмәткеле үтте.