Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Ғинуар 2018, 13:40

Наҙ өләшә кескәйҙәр йөрәгенә

Башҡаларҙыҡы кеүек Гөлгизә Шәнгәрәева алдында киләсәктә кем булырға тигән һорау тормай. Үҫмер сағында уҡ ул педагог булырға ныҡлы ҡарар итә һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә.

Уны уңышлы тамамлап, 1985 йылда Ҡарағош ауылының башланғыс кластарында математика уҡытыусыһы булып эш башлай. Бәлки, тап ошо йылдарҙа уның йөрәгендә балаларға ҡарата һөйөү тыуғандыр ҙа. «Балалар менән аралашыу, уларҙы һәйбәтерәк белеү миңә ҡыҙыҡлы ине». 2009 йылда, мөмкинлек барлыҡҡа килгәс, ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй башлай. «Кескәйҙәр менән бер ҡасан да күңелһеҙ түгел, көн һайын яңы хәбәр, яңы асыш. Күңелеңә ятҡан һөнәргә эйә булып, татыу коллективта эшләү - иң ҙур бәхеттер моғайын. Был йәһәттән уңдым, эшемде яратам, үҙемде башҡа һөнәрҙә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Тәрбиәсе минең өсөн һөнәр генә түгел - ул рухи байлыҡ һәм күңелемә ятҡан һөнәр. Бала һәр ваҡыт бала булып ҡала, улар эскерһеҙ, бер ҡатлы, игелекле. Сабыйҙарҙың ышаныслы ҡараштарын, һинең һәр бер һүҙеңде йотлоғоп тыңлауҙарын күреү менән үҙеңдең мөһимлегеңде, кәрәклегеңде аңлайһың. Шуға ла мин балаларҙан өҫтөн булырға түгел, ә улар эргәһендә булып, проблемаларҙы бергә хәл итергә, һәр нимәгә лә улар күҙе менән ҡарарға тырышам», - ти Гөлгизә Ғәбиҙулла ҡыҙы. Ҡарағош балалар баҡсаһында изгелекле мөхит булдырылған, сабыйҙарға бында йылы, күңелле һәм

уңайлы. Тәрбиәселәре хәстәрлекле, көслө рухлы, күңелле, тормош һөйөүсән кәйеф булдыра, аңлата, сабыйҙар менән бергә уйнай, шатлана. «Бала һиҙгер, нескә күңелле, һинең яратҡаныңды әллә ҡайҙан тойоп тора, шуға күрә тәрбиәсе булырға теләгән кеше өсөн иң мөһиме – кескәйҙәрҙе яратыу» - тип иҫәпләй тәрбиәсе. «Беҙ унан бик уңдыҡ. Ул һәр баланың йөрәгенә юл таба белә. Ҡайһы саҡ ғәжәпләнеп тә ҡуяһың, хатта», - ти хеҙмәткәре тураһында балалар баҡсаһы мөдире Виктория Хәйбуллина. Юҡҡа ғына балаларҙы «тормош сәскәләре», ә тәрбиәселәрҙе - «баҡсасылар» тип йөрөтмәйҙәр. Уларҙың тырышлығын төрлө үҫентеләр үҫтереүсе баҡсасы хеҙмәте менән сағыштырырға мөмкин. Ҡайһы бер сәскәләр ҡояш ярата, икенселәре - күләгә, шулай уҡ балаларға ла айырым тәрбиә кәрәк, шундай шарттарҙа ғына улар тулыһынса нығынып китә ала. «Балалар үҙгәрә, улар менән мин дә үҙгәрәм. Хәҙер улар төрлө яҡлап үҫешкән, мин дә уларҙан бик күп нимәгә өйрәнәм», - тип йылмая Гөлгизә Ғәбиҙулла ҡыҙы. Балалар баҡсаһы - сабыйҙарҙың икенсе йорто. Тәрбисе, үҙ сиратында, сабый күңеленә үтеп инеп, балаларға йөрәк йылыһы биреп, уларҙы ғәзиз балаһылай наҙлап-һөйөп, усаҡ кеүек дөрләп-янып эшләп, бар йылыһын өләшә.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Фото В.ХӘЙБУЛЛИНА тарафынан бирелде.
Читайте нас: