Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Ғинуар 2018, 14:15

Башланғыс мәктәп - белем һәм киләсәк нигеҙе

Тормошошта булған ваҡиғаларҙың ҡайһы берҙәрен беҙ тиҙ онотабыҙ, икенселәрен ғүмер буйына хәтерләйбеҙ. Мәктәп йылдарын хәтерләткән иң яҡшы йылдар һәр ҡайһыбыҙҙың күңелендә бала саҡты һаҡлаусы иҫтәлекле бер миҙгел. Ул мәлдәр күптәрҙең күңелендә онотолмаҫлыҡ мәлдәрҙе һаҡлай. Хәтирәләрендә мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтҡан һәр кем ғәмһеҙ, тыйылғыһыҙ шатлыҡҡыуаныстарға сорналған онотолмаҫ донъяны иҫенә алалыр. Мәктәп эргәһендә үҫкән ағастарҙың, сәскәләрҙең еҫен һулаған, тылсымлы һәм шул уҡ ваҡытта бөйөк эштәргә өндәүсе ҡыңғырау сыңын тыңлаған мәктәп тормошон оноторлоҡ түгел. Һәр кемдең яҙмышында уға белем алырға, ижади һәләттәрен асырға ярҙам итеп кенә ҡалмаған, ә тормош һабаҡтары ла биргән үҙ мәктәбе була. Стәрлебаш башланғыс мәктәбе - ғәжәйеп донъя, унда бер көн икенсеһенә оҡшамаған, бында дәрестәрҙә һәм дәрестән тыш ваҡытта ла тормош ҡайнай. Мәктәптең бихисап еңеүҙәре һәм ҡаҙаныштары тураһында белгәс быны аңларға мөмкин. Улар тураһында беҙҙең хәбәрсегә Стәрлебаш башланғыс мәктәбе директоры Гүзәл Хөсәйенова һөйләне.

- Уҙған йылдың авгусында «Иң төҙөк дөйөм белем биреү мәктәбе» район конкурсы үткәрелде. Мәктәп һәм уның территорияһы: территорияның эстетик зонаһы, физкультураспорт һәм хужалыҡ зонаһы, уҡытыутәжрибә участкаһы, шәхси гигиена урыны һ.б. баһаланды. Барлыҡ ошо критерийҙар буйынса коллектив юғары мәрәйҙәр йыйып, беренсе урын яуланы һәм 10000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Был конкурсҡа әҙерлектә барыһы ла: педагогик коллектив, техник персонал, уҡыусыларҙың атаәсәләре әүҙем ҡатнашты. Беҙҙең мәктәптең уҡытыу-тәжрибә участкаһы республика конкурсында ҡатнашып, беренсе урын алып, еңеүсе булыуы уҡыусылар, ата-әсәләр һәм, әлбиттә, педагогтар өсөн ҙур һөйөнөс булды. Был эш тотош фәнни проектҡа әүерелеп, мәктәбебеҙ Мәскәүҙә үткән «Юннат-2017» Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урынға һәм көмөш миҙалға лайыҡ булды. Ошо төбәк конкурсында уҡытыу-тәжрибә участкаһы мөдире Эльвира Мостафаева «Башинком» фәнни предприятиеһы вәкиле, биология фәндәре кандидаты Дмитрий Скотников менән танышып, улар менән хеҙмәттәшлек итергә ҡарар итте. Эльвира Нияз ҡыҙы менән Айгөл Валерий ҡыҙы бергәләп инновацион технологияларҙы ҡулланып йәшелсә үҫтереү буйынса тәжрибәләр үткәреү планын төҙөнө. Шулай уҡ беҙҙең мәктәп 2017 йылдың йәйге каникулында балаларҙың ялын, уларҙы һауыҡтырыу эшен һәм мәшғүллеген иң яҡшы ойошторған учреждениелар араһында район смотр-конкурсында еңеүсе булды. Мәктәптең «Муравейник» көндөҙгө ял үҙәге беренсе урын яуланы. Көндөҙгө ял үҙәген иң яҡшы биҙәүгә район смотр-конкурсында, Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына бағышланған flash-анимация, фото- һәм

видео эштәр конкурсында «Видеояҙма һәм монтаж» номинацияһында беҙ шулай уҡ еңеүсе булдыҡ. Уҙған йыл октябрҙә республиканың координацион Советы Миәкә районының мәғариф бүлеге менән берлектә социальгуманитар цикл уҡытыусыларын, методистарҙы, уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫарҙарын саҡырып, «Федераль дәүләт дөйөм белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы дәрестәр һәм социаль-гуманитар цикл курстарын үткәреү буйынса көнүҙәк проблемалар» тип аталған федераль дәүләт дөйөм белем биреү стандарттарын индереү һәм тормошҡа ашырыу буйынса фәнни-методик оҙата барыу буйынса күсмә ултырыш үткәрҙе. Ул социаль әһәмиәттәге мәсьәләләргә бағышланды. Был сарала беҙҙең район исеменән башланғыс кластар уҡытыусыһы Иҡсанова Эльвира Зөфәр ҡыҙы ҡатнашып, оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Уның сығышы йылы ҡабул ителде һәм уҡытыусылар эшендә ҡулланыуға алынды. Беҙҙә һәләтле балаларҙы үҫтереү буйынса ла етди эш алып барыла. Мәктәп уҡыусылары район һәм республика олимпиадаларында ҡатнаша. Уларҙа йыл һайын 4-5 уҡыусы еңеүсе була. Уҡыусылар төрлө фәндәр буйынса халыҡ-ара уйын-конкурстарҙа, шулай уҡ математика, рус теле һәм тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү фәндәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаларында әүҙем ҡатнаша. 2016-2017 уҡыу йылында уҡыусылар Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән «Ломоносов уҡыуҙары» XVIII Рәсәй фәнни-практик конференцияһында ҡатнашты. Ун ҡатнашыусының береһе еңеүсе, өсөһө - призер булды. 2017 йылдың апрель айында Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт университеты үткәргән «Фәнгә тәүге аҙымдар» бәләкәй мәктәп уҡыусыларының VI республика фәннипрактик конференцияһынды ҡатнашып, 20 уҡыусының 13ө призер булды. Былтыр май айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында Пионерия көнөнә һәм Экология йылына бағышланған «Киләсәккә бер аҙым» республика фәннипрактик конференцияһында 19 уҡыусының икеһе еңеүсе, һигеҙе - призер булды. Бына шундай һөҙөмтәләр менән мәктәп уҡыусылары белемен, мәктәпте һәм районды күрһәтә. Мәктәп хакимиәте һәләтле уҡыусыларҙы дәртләндереү буйынса билдәле эшмәкәрлек уйлап сығара һәм үткәрә: Грамоталар, дипломдар, сертификаттар; бүләктәр, төрлө сараларға түләүһеҙ инеү (Попечителлек советының хәйриә фондынан); дәртләндереү саралары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләй. Шулай уҡ мәктәп директорының, физкультура уҡытыусыһы Д.Р.Ишбулдин һәм В.М.Мөрәсевтың, музыка уҡытыусыһы Р.Т.Шәрипованың исемле стипендиялары һәм, әлбиттә, район хакимиәте башлығы стипендияһы, билдәле номинациялар буйынса миҙалдар, Кубоктар менән бүләкләү; уҡыуҙа, кластан тыш эштә, спорт ҡаҙаныштары буйынса башҡаларҙан айырылған иң яҡшы уҡыусыларҙы стендтар; аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙән һәләтле балаларҙы дәртләндереү (Стәрлебаш ауылының «Ислам нуры» мәсетенең хәйриә

фондынан) ҡаралған. 2016-2017 уҡыу йылында мәктәп Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө ҡалаһының Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан үткәрелгән «Һәләтле уҡыусы» һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм оҙата барыу буйынса белем биреү ойошмаһында иң яҡшы эш системаһына Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты. Конкурстың тәүге ике этабын үтеп, беҙҙең мәктәп республика буйынса иң яҡшы унау иҫәбенә инеп, дипломант булды. Ошондай конкурстарҙа ҡатнашыу бик яҡшы, сөнки мәктәп мәктәптең һәм райондың намыҫын яҡлай. Уҡытыусыларҙың ижади һәм намыҫлы алымы, уҡыусыларҙың тырышлығы һәм ныҡышмалылығы арҡаһында юғарыла һанап үтелгән уңыштарға ирешә. Мәктәптең ҡаҙанышы - уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең берҙәм ижади хеҙмәт һөҙөмтәһе. Ошондай һәр коллектив оркестрға оҡшаш, бында һәр кемдең үҙ партияһы бар, ә дөйөм алғанда берҙәм көй һәм гармония килеп сыға. Ул боҙолмаһын өсөн уҡыусыға ла, уҡытыусыға ла, ата-әсәләргә лә мотлаҡ уңышҡа ирешергә кәрәк. Мәктәптең уңышы, тәү сиратта, уның уҡытыусыларына, уҡыусыларына һәм аңлаусан, ҡыҙыҡһыныусан ата-әсәләргә бәйле.

Лиана ЙӘРМИЕВА яҙып алды. Фото мәктәп архивынан.


Читайте нас: