Беҙҙә Стәрлебаштан ғына түгел, Федоровка, Стәрлетамаҡ, Миәкә райондарынан да балалар уҡый. Иң мөһиме, уларҙы хеҙмәткә өйрәтеү ҙә ҡаралған. Мәҫәлән, малайҙар ағастан әйберҙәр эшләргә һәм иретеп йәбештереү эшенә, ҡыҙҙарҙы - тегергә (һүрәттә) өйрәтәләр. Улар менән уҡытыу барышында 15 уҡытыусы һәм 10 тәрбиәсе шөғөлләнә. Бынан тыш, беҙҙә информатика, инглиз теле буйынса факультатив занятиелар ҙа үткәрелә. Уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн ҡул эше, шахмат, «Светофор» (бында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнәләр) һ.б. кеүек бихисап түңәрәктәр ойошторолған. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ - Балалар ижад йортона йөрөй, унда һүрәт төшөрөү, балсыҡтан әйберҙәр яһау менән, шулай уҡ техник түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Беҙ шулай уҡ район биләмә-ара китапханаһына, район Мәҙәниәт йортона, Балалар сәнғәт мәктәбенә йөрөргә яратабыҙ.
Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың иртәһе күнекмә яһауҙан башлана. Алты тапҡыр туҡланыу ойошторолған, менюла аштар, икенсе блюдо, ҡамыр аштары, компот, емеш-еләк, һөт продукттары. Шулай итеп, йәшәү шарттарынан балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә ҡәнәғәт.
Педагогик коллектив дуҫ һәм берҙәм, улар балаларға күңел һәм йөрәк йылыһын өләшә һәм төплө белем бирергә тырыша. Балалар менән эшләүселәр тик яҡшы һүҙҙәргә лайыҡ. Улар ярҙамында балалар тирә-яҡ донъяны танып белә, район һәм республика конкурстарында ҡатнашып, еңеү яулай. Был уларҙы илһамландыра, яңы үрҙәр яуларға көс өҫтәй.
Беҙҙең изге күңелле дуҫтарыбыҙ ҙа бар, улар балаларға һәләттәрҙе үҫтереүсе уйындар, уҡыу кәрәк-яраҡтары, балалар журналдары бүләк итә. Уларға бының өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ.
Мөмкинлектәре сикләнгән балалар. Дәүләт, мәктәп хакимиәте һәм коллективы хәстәрлеге арҡаһында уларҙың мөмкинлектәре сикләнмәгән. Сөнки ошо балалар уҡыһын һәм башҡалар менән бер тигеҙ үҫешһен өсөн һәйбәт шарттар булдырылған.
Стәрлебаш коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәсеһе. Фото автор тарафынан бирелде.