Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Декабрь 2017, 13:45

Заман менән бергә атлай

Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен үҫтереүҙә, рухи байлығыбыҙҙы йәш быуынға еткереүҙә уҡытыусыларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Заман һулышын бар нескәлегендә тойған, уның ыңғай һәм кире яҡтарын әҫәрҙәрендә сағылдырған әҙиптәрҙең ижади мираҫы өлгөһөндә уҡыусыны тәрбиәләүгә, шәхес итеп үҫтереүгә күп көс һала уҡытыусылар. Әҙәп һәм әхлаҡ, намыҫлылыҡ һәм ғәҙеллек кеүек кешелектең күркәм сифаттарына һөйөү уятыусы ла бит улар.

Стәрлебаш башланғыс мәктәбенең башланғыс кластар һәм музыка уҡытыусыһы Резеда Шәрипованың (һүрәттә) дәрестәрендә бер ҡасан да күңелһеҙ түгел. Ул дәрестә балаларға теманы ентекле һәм аңлайышлы аңлата. Эшендә төрлө пособиелар, материалдар, дидактик, аудио- һәм видеоматериалдар ҡуллана. Дәрес-концерт, дистанцион дәрестәр, интеграцияланған КБ, һынлы сәнғәт һәм музыка дәрестәре кеүек форматтарҙы ҡулланып занятиелар үткәрә; компьютер мәғлүмәт технологияларын оҫта файҙалана. Уҡыусылары араһында өлгәшеү 100 процент тәшкил итеүе - Резеда Тәлғәт ҡыҙының уҡыуҙа ҡулланған ысулдарҙың һөҙөмтәлелеген аныҡ дәлилләй.
Р.Шәрипованың эш тәжрибәһе ҙур, ул, һис шикһеҙ, уның өсөн һөнәри эшмәкәрлегендә ҙур ярҙам. Ошо мәктәптә генә ул сирек быуат эшләй, ә дөйөм педагогик стажы 29 йыл тәшкил итә. Ул - юғары валификациялы категориялы уҡытыусы.
Резеда Тәлғәт ҡыҙы 2002 йылдан алып 2010 йылға тиклем тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары вазифаһын биләй һәм музыканан уҡыта. 2010 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем башланғыс кластар һәм музыка уҡытыусыһы. Эш ваҡытында ул үҙен мәктәп идаралығы
системаһын һәм башланғыс белем биреү методикаһын яҡшы белгән квалификациялы етәксе һәм педагог булараҡ күрһәтте.
БР БИРОһында музыка буйынса программа булдырылғанға тиклем үк 1995 йылдан алып программаға Д.Б.Кабалевский төбәк компонентын индереү зарурлығына иғтибар итеп, «Музыка» дәресен үткәреү системаһын булдырҙы. Башланғыс звено уҡыусылары өсөн «Йәш вокалсылар» электив курстың авторлыҡ
программаһын төҙөнө, «Өҫтәмә белем биреү системаһында мәктәп уҡыусыларын патриотик тәрбиәләү проблемаһына инновацион алым» проектын, «Импровизация ярҙамында уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүсе белем биреү мөхите» моделен әҙерләне.
Резеда Тәлғәт ҡыҙының тәрбиәләнеүселәре мәктәп, район, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларында һәм конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Улар даими Кесе фәндәр академияһы һәм КРИТ еңеүселәре һәм призерҙары. Мәҫәлән, 2014-2015 уҡыу йылында Әлиә Ғәлиева
интерактив технологиялар конкурсының республика этабында призер булды, ә педагог үҙе призерҙы әҙерләгәне өсөн БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хатын алды.
Резеда Тәлғәт ҡыҙы мәктәптең һәм райондың йәмәғәт тормошонда ҡатнаша. 2002 йылдан алып музыка уҡытыусылары секцияһының район методик берләшмәһенә етәкселек итә. Күп йылдар башланғыс кластар һәм
музыка уҡытыусыларын аттестациялау буйынса эксперт төркөм ағзаһы, берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарын үткәргән ваҡытта район фән олимпиадаларының жюри составына инә.
Педагог коллегалары менән асыҡ дәрестәрҙә тәжрибәһе менән уртаҡлаша, методик берләшмә, педагогик совет ултырыштарында сығыш яһай. Район һәм республика семинарҙарында ҡатнашыусылар күп тапҡыр
асыҡ дәрестәр һәм класс сәғәттәре, мастер- кластар үткәрә.
Р.Шәрипова заманса ысулдар һәм эш формаларын ҡулланып кластан тыш тәрбиә эшен алып бара. Уҡыусыларҙы тәрбиәләүҙә төп йүнәлеш - һәр уҡыусы һәм уның ата-әсәһе менән ныҡышмалы, көндәлек эш.
Һөнәри компетентлыҡ, балаларға ҡарата һөйөү, коллегаларына изгелекле мөнәсәбәте, күңел байлығы, үҙ-үҙен камиллаштырыуға ынтылыуы Резеда Тәлғәт ҡыҙына уҡыусылар, ата-әсәләр һәм коллегалары араһында юғары абруй яуларға мөмкинлек бирҙе.


Белем биреү өлкәһендә күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Р.Шәрипова 2007 йылда «Башҡортостан Республикаһы Мәғариф отличнигы» күкрәккә таға торған билдәһе, 2017 йылда белем биреү, балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләү өлкәһендә тос өлөш индергәне, күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн РФ Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

Ул «Йыл уҡытыусыһы - 2010» район конкурсында Гран-при яулаусы, «Иң яҡшы класс сәғәте» номинацияһында еңеүсе, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2010» республика һөнәри конкурсында ҡатнашыусы, «Электрон белем биреү сараларын ҡулланып, иң яҡшы дәрес» (2016 йыл) республика конкурсы лауреаты - бының өсөн 2017 йылда район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Шулай уҡ «Юл әлифбаһы» уҡыу-методик район конкурсында (2015 йыл) II урын яуланы.

Гүзәл ХӨСӘЙЕНОВА, Стәрлебаш башланғыс мәктәбе директоры.

Читайте нас: