Муниципаль этапта көс һынашҡан 464 ауылдан 47-һе республика кимәленә үтте.
Ултырыш видеоконференция форматында уҙғарылды. Район хакимиәттәре вәкилдәре, мәҙәниәт, мәғариф, спорт, һаулыҡ һаҡлау ойошмалары етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре тура бәйләнештә ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм Президиум ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева муниципаль этап һөҙөмтәләре менән таныштырҙы һәм республика этабына эш планы тураһында һөйләне.