Фестиваль сикәтрендә Баҡалы районының почетлы граждандары, республиканың юғары уҡыу йорттары вәкилдәре һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Тәүҙә улар белем усағында тыуҙырылған шарттар менән танышты. Түңәрәк өҫтәл артында ауыл мактәптәренә ҡағылышлы актуаль һорауҙар, төрлө мәсьләләрҙе хәл итеү юлдары ҡаралды.
Тамаша залында Фонд стипендиаттары, район олимпиадалары еңеүселәре, спортсылар, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә үткәреләгән конкурстар ҡатнашыусылары бүләкләнде. Шулай уҡ 9 уҡытыусыға Башҡортостандың Мәғариф отличнигы исеме тапшырылды. 10 йыл дауамында тиҫтәләгән уҡыусы һәм уҡытыусы фонд грантына лайыҡ булаған.
Алина Вәлиуллина, грант еңеүсе: “Был грантҡа мин беренсе тапҡыр эйә булдым. Минең өсөн был оло ҡаҙаныш. Беҙ йыл буйына уҡытыусылар менән бергә фиҙәҡәр хеҙмәт алып барабыҙ. Был грант яңы асыштарға көс өҫтәй. Мин телдәр өйрәнәм, грант миңә ынтылыштарымда ярҙам итә”.
Республика яңылыҡтарынан.