Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Март 2018, 16:03

Һәләтле һәм тырыштар конкурсы

Уҙған аҙнала район Мәҙәниәт йортонда традицияға әүерелгән предприятиелар, ойошмалар һәм ауыл биләмәләренең эшсе йәштәре араһында «Эшсе ҡатын-ҡыҙ-2018» район һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтте.

Был конкурста ете төрлө һөнәр эйәһе ҡатнашты. Уларҙың сығыштары аша тамашасылар ижади формала район предприятиелары һәм ойошмалары менән танышты. Һылыуҡайҙар «Минең һөнәри ҡарашым» эссеһында сәләмләү, үҙе менән таныштырыу, реклама ярҙамында предприятиеларын; ҡатнашыусыларҙың һөнәри эшмәкәрлеген сағылдырған костюмдар күрһәтеү; жюри хөкөмөнә музыка, йыр, бейеүҙәр менән «Оҫта һылыуҡай» номинацияһы буйынса номерҙар тәҡдим итте.

Иң яҡшы «Эшсе ҡатын-ҡыҙ - 2018» исемен жюри ағзалары бер тауыштан Рәйлә Хәбибуллинаға (Балалар ижад йорто, Стәрлебаш ауылы) Гран-при тапшырҙы. Беренсе урынға Альбина Макашева (коррекция мәктәбе) лайыҡ булды; икенсе урынға Хәлекәй ауыл биләмәһе вәкиле Гөлназ Мөрәсеваға, өсөнсө урынға Ләйлә Денисова (Иҫке Ҡалҡаш ауылы биләмәһе) лайыҡ булды. «Оҫта һылыуҡай» номинацияһында Аллағыуат ауыл биләмәһен күрһәткән Гүзәл Көҫәпҡолова еңеү яуланы. «Үҙенсәлекле һылыуҡай» номинацияһына Сөмбөл Ильясова (Стәрлебаш ауыл биләмәһе) лайыҡ булды. Залина Ғәйнетдинова (Первомайский балалар баҡсаһы) «Оҫта һылыуҡай» тип танылды. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.

Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: