Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
1 Ғинуар 2021, 02:00

Йәнә иҫерек килеш тотолһаң - енәйәт яуаплылығы

Кемгә лә «Ни өсөн иҫерек килеш руль артына ултырырға ярамай?» тигән һорау бирһәң, ул шундай яуап бирер: «Был водитель һәм пассажир, шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн дә бик хәүефле, сөнки аварияларҙың күбеһе - шуның һөҙөмтәһе». Әммә был һүҙҙә генә. Ысынында, хәл бөтөнләй икенсе. Кемдер иҫерек килеш руль артына ултырып сығыуҙы бер ни урынына күрмәй. Ундайҙар был осраҡтың үҙе өсөн дә, кеше ғүмере өсөн дә хәүефле булырын уйламай. Ундайҙарҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф менән дә ҡурҡытып булмай. Шуға ла ҡатыраҡ саралар күрергә тура килде: 2014 йылдың 31 декабренән алып РФ Енәйәт кодексына автомобилгә ҡабаттан иҫерек килеш идара иткән өсөн тотолғанда уға енәйәт яуаплылығы кеүек яза ҡарала тигән 264.1 һанлы яңы статья индерелде.
Иҫерек хәлдә йөрөгән өсөн машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән кеше иҫерек килеш йәнә руль артына ултырған осраҡта; иҫерек хәлдә ҡабаттан автомобилгә идара иткән (хоҡуғынан мәхрүм ителеүенә бер йыл да тулмаған); иҫерек килеш юл-транспорт ваҡиғаһы өсөн хөкөм ителгән (хөкөм иркенән мәхрүм ителеү ваҡыты тамамланғас өс йылдан һуң алына) осраҡта уны енәйәт язаһы көтә. Бында медицина тикшереүенән баш тартыуҙы иҫереклек менән аңлатылыуын асыҡларға кәрәк.
Юғарыла әйтелгән статья буйынса түбәндәге язалар ҡаралған: штраф 200-300 мең һум; хөкөм ителеүсенең бер-ике йыллык кереме күләмендә штраф; 480 сәғәткә тиклем мәжбүри эшләтеү; ике йылға ҡәҙәр ваҡытҡа мәжбүри эшләтеү; ике йылға ҡәҙәр иректән мәхрүм итеү. Шулай уҡ, бынан тыш, машина йөрөтөүсене өс йылға транспортҡа идарә итеүҙән мәхрүм итәләр.
Шулай итеп, иҫерек килеш автомобилгә ҡабаттан идара итеү ғаилә бюджетына етди зыян килтерә һәм машинаға йөрөтөүсенең үҙенең генә түгел, уның ғаилә ағзаларының яҙмышына ла насар йоғонто яһай. Язаның ҡәтғиләнеүе иҫерек килеш руль артына ултырыуҙан баш тартыу өсөн етди сәбәп булыр һәм юлдарыбыҙ хәүефһеҙерәккә әүерелер тип ышанғы килә.

Читайте нас