Кешеләр һөнәргә төрлө юлдар менән килә: кемдер уны бәләкәйҙән үк һайлай, икенселәрҙе ниндәйҙер шарттар мәжбүр итә, ә өсөнсөләре иһә - башҡаса һайлау булмағандан. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлеге буйынса өлкән участка уполномоченныйы, полиция майоры Филүс Мифтахов (һүрәттә) тәүгеләр рәтенә инә. Ул мәктәптә уҡығанда уҡ хоҡуҡ һаулау органдарында эшләргә ҡарар итә.
2-се Стәрлебаш урта мәктәбен тамамлағандан һуң ул Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға инә. Диплом алыу менән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш бүлегендә хеҙмәт юлын башлай. Енәйәттәрҙе тикшереү бүлегендә ике йыл оперуполномоченный булып эшләгәс, артабан участковый була. Филүс Нурфәйез улының ошо вазифала эшләүенә ун өс йыл. Шуның уныһы - өлкән участковый. Ул Айҙарәле, Тәтер-Арыҫлан, Йәшергән, Буҙат ауыл Советтары ауыл биләмәләре ингән Буҙат зонаһында хеҙмәттәштәренең эшен күҙәтә. Әйткәндәй, тәүге ике ауылдың хоҡуҡ тәртибе һағында ла тора ул.
Участковый хеҙмәте эшен бер кемгә лә аңлатып тороу кәрәк түгелдер, сөнки ул һәр кемгә таныш. Үҙеңә ышанып тапшырылған участкала хәл-торошто контролдә тоторға, граждандарҙың хәбәре буйынса тиҙ генә эш итергә, хоҡуҡ боҙоуҙар һәм бәхетһеҙлек осраҡтарын иҫкәртеү өсөн профилактик эштәр үткәреү һ.б. Участковыйҙарҙың мәшәҡәттәре етерлек. Уның һәр эш көнө бүлектә дөйөм планерканан башлана, һуңынан улар ауылдарға сыға. Тәүлек әйләнәһенә хеҙмәттә - саҡырыуға теләһә ниндәй ваҡытта сығып китәләр.
Эргәңдә ышаныслы кешең булыу ҙа мөһим. Филүс Нурфәйез улының тормош иптәше Диана Ришад ҡыҙы иптәшенең эшен аңлай һәм һәр яҡлап уға ярҙам итергә тырыша. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Һис шикһеҙ, уларҙың ҡыҙы Карина һәм улы Ренат та аталарының форма кейеп, район халҡының именлеге һағында тороуы менән ғорурлана.