Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
1 Ғинуар 2021, 02:00

Дәүләт пошлинаһының артыуы тураһында

Рәсәй Федерацияһы гражданының сит ил паспорты - сит илгә сыҡҡанда һәм унда булғанда, шулай уҡ сит илдән дәүләт территорияһына ингәндә уның шәхесен раҫлаусы рәсми документ.

Яңы һәм иҫке өлгөлө сит ил паспортына дәүләт пошлинаһы закон сығарыусы тарафынан билдәләнә, ул баҙар хәл-шарттарына бәйле. Хәүефһеҙлек талаптарын үтәп башҡарылған документ бланкыларының үҙ хаҡы бар, ул төрлө факторҙар йоғонтоһона ҡарап үҙгәрә.

Ағымдағы йылдың 3 авгусында «Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 333-28 статьяһы һәм 333-33 статьяһының 2-се бүлегенә үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль закон үҙ көсөнә инде (балиғ булғандар өсөн сит ил паспортын алыуға дәүләт пошлинаһы 5000 һәм балиғ булмағандар өсөн 2500 һумға тиклем артыуы тураһында).

Закон көсөнә инеү сәбәпле, бөгөн яңы өлгөлө сит ил паспортына дәүләт пошлинаһы түбәндәгесә тәшкил итә:

Яңы өлгө Иҫке өлгө

Ғәмәлдә булыу срогы 10 йылға 5 йылға

Өлкәндәр өсөн пошлина 5000 һум 2000 һум

14 йәшкә тиклемге балалар өсөн 2500 һум 1000 һум.

Әммә, Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, дәүләт пошлинаһын түләгәндә аҡсағыҙҙы бер аҙ экономиялай алаһығыҙ.

Ләйсән ЗАРИПОВА,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы буйынса миграция мәсьәләләре бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Читайте нас