Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
1 Ғинуар 2021, 02:00

Адвокатҡа мөрәжәғәт иткәндә уяу бул!

2016 йылға адвокаттар эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауға бағышланған Башҡортостан Адвокаттар палатаһының йыл һайын үткәрелгән конференцияһында уның етәкселеге тарафынан адвокат статусына эйә булмаған ҡайһы бер шәхси юристарҙың хоҡуҡ боҙоуҙары тураһындағы тема күтәрелде.
БР Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомадилов билдәләүенсә, адвокаттарҙың эшмәкәрлеге һәм улар тарафынан күрһәтелгән квалификациялы юридик ярҙам сифаты палата, шулай уҡ Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан даими контроль аҫтында тотола.
Шул уҡ ваҡытта, шәхси юристарға ҡарата бындай контроль юҡ, тип билдәләне ул. Әлеге ваҡытта республикала ҡайһы бер юристар тарафынан хоҡуҡи ярҙамды намыҫлы күрһәтмәү осраҡтары йышайҙы һәм күпселек осраҡта был халыҡҡа хоҡуҡи ярҙам күрһәткән белгестәргә аныҡ талаптар булмауына бәйле. Өҫтәүенә, улар араһында урта һөнәри белемгә эйә булған белгестәр ҙә бар, өҫтәүенә ҡайһыларының юридик белеме, эш тәжрибәһе юҡ, ә ҡайһы берҙәре бөтөнләй һөнәри йәки юғары белемгә эйә түгел.
Ҡайһы бер юристар нигеҙләнмәгән ҙур гонорар һорап һәм эште ыңғай хәл итергә вәғәҙә биреп, бурыстарын тейешле үтәмәй йәки һөҙөмтә бөтөнләй юҡ, был юридик ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешенең хәлен яҡшыртмай. Өҫтәүенә, хоҡуҡи ярҙам күрһәтеп, улар үҙҙәренең эштәре өсөн яуаплылыҡ алып бармай. Был осраҡта граждандарҙың ошондай юристарҙың эшмәкәрлегенә зарланыуҙары арта, артабан уларҙың хаталарын адвокаттарға төҙәтергә тура килә.
Ойошмала адвокат статусын алыу өсөн юридик белгеслек буйынса юғары һөнәри белемгә һәм ике йылдан да кәм булмаған хеҙмәт стажына эйә булыуҙан тыш, квалификациялы имтихан тапшырырға кәрәклеген аңлаттылар. Уның маҡсаты - барлыҡ хоҡуҡи тармаҡтарҙа претенденттарҙың белемдәрен тикшереү. Был ауыр һөнәри эшмәкәрлекте башҡарғанда һөҙөмтәлелек һәм ышаныслыҡ тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында Башҡортостан Адвокаттар палатаһы тарафынан адвокаттар тураһындағы закондағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү зарурлығы тураһында иҫкәртмәләр сығарыу өсөн Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығына мөрәжәғәттәр даими ебәрелә. Мәҫәлән, күптән түгел Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында күп функциялы юридик үҙәк эшмәкәрлеген башланы, ул «Бер адрес буйынса 500ҙән ашыу адвокат» йыйған юридик ойошма булараҡ үҙен күрһәтте. Был осраҡта ла адвокаттар тураһындағы закон боҙола, был уңайҙан Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығына ошо факттар буйынса хоҡуҡ боҙоуҙарҙы раҫлаусы документтар менән тикшереүҙәр үткәреүгә мөрәжәғәт, шулай уҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә талаптар менән хат ебәрелде.
Граждандарға үҙҙәрен адвокат итеп танытҡан юристарға мөрәжәғәт иткәндә уяуыраҡ булырға кәрәк. Бының өсөн юристарҙан адвокат таныҡлығын күрһәтеүҙе талап итеү зарур. Адвокат статусына эйә булыу-булмауҙы шулай уҡ РФ Юстиция министрлығының БР буйынса идаралығы порталының «Адвокаттар реестры» бүлегендә йәки Башҡортостан Адвокаттар палатаһының рәсми сайтында тикшерергә мөмкин.

Читайте нас