Авария киске 19 сәғәт 25 минут тирәһендә Ухтомский урамында була. Сит ил машинаһында елдергән 39 йәшлек водитель, хәүефһеҙ икәненә инанмайынса, обгонға сыға һәм парковаться иткән “Жигули”ға барып бәрелә, һөҙөмәтәлә тротуарға оса. Ә был ваҡытта унда ҡыҙыҡай китеп барған була, ул тапала. Үҫмерҙе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар. Бәхеткә, уның ғүмеренә хәүеф янамай, медицина ярҙамы күрһәткәндән һуң уны ҡайтарып ебәрәләр. Кисә Октябрьский ҡалаһында ла ҡатын кеше тәгәрмәс аҫтында ҡалған. Шевроле Нива машинаһының 53 йәшлек водителе көндөҙ 65 йәшлек ҡатынды тапай. Уның һүҙҙәренсә, йәйәүле юл һыҙатынан ҡаршы яҡҡа китеп барған. Йрәхәт алған ҡатын табиптарға мөрәжәғәт иткән. ЮХХДИ хҙмәттәре авария сәбәптәрен асыҡлау йәһәтендә тикшереү эштәре башлаған. Бәхеткә күрә, ике осраҡта ла кешеләр иҫән, шуныһы күңелде йылыта. Йөрөгән юлдарыбыҙҙа именлек юлдаш булһын, уяулыҡты юғалтмайыҡ. Фото "Бәйләнештә". "Башҡортостан" гәзите. Автор: Миләүшә Сайтакова