Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
8 Декабрь 2020, 15:18

Өфөлә Volkswagen Golf «ВАЗ-2107» машинаһына бәрелгән һәм йәйәүле ҡыҙҙы төкөткән

7 декабрь кисендә Өфөнөң Дим районында бәлиғ булмаған ҡыҙ ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Баш ҡала Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Ухтомский урамынан китеп барған Volkswagen Golf автомобиленең 39 йәшлек водителе, күрмәйенсә, парковкаға борола башлаған «ВАЗ-2107» машинаһына бәрелгән. Шунан сит ил машинаһы тротуарҙан барған 15 йәшлек ҡыҙҙы төкөткән. Аварияла төрлө йәрәхәттәр алған үҫмер дауаханаға оҙатылған. Табиптар уға ярҙам күрһәтеп, туғандары менән өйөнә ҡайтарған. https://www.bashinform.ru/news/1531549-v-ufe-pri-obgone-volkswagen-golf-vrezalsya-v-vaz-2107-i-sbil-devochku-peshekhoda/
Читайте нас: