Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
5 Декабрь 2020, 12:47

Асарбаҡты йәлләп индергән...

Мәләүез ҡалаһында бер хужабикә өйһөҙ асарбаҡ ҡатынды йәлләп, уны үҙенә йәшәргә саҡыра. Һөҙөмтәлә тегеһе енәйәт ҡыла.

47 йәшлек ҡатындың үҙ фатирында үле кәүҙәһе табылыуы тураһындағы хәбәр хоҡуҡ һаҡлау органдарына 2 декабрҙә килә. Тәфтишселәр "үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғата. Енәйәтсе шул уҡ көндә асыҡлана. Ул 48 йәшлек асарбаҡ ҡатын булып сыға. Асыҡланыуынса, ул һуңғы ике аҙна үҙенең ҡорбаны йортонда йәшәй. Хужабикә уны йәлләп индергән була. 2 декабрь төнөндә табын ҡоралар. Эсеп алғас, талаша башлайҙар. Хужа ҡатын ҡунағының бында оҙаҡ йәшәүенә дәғүә белдерә. Уныһы иһә ғәрлегенән бысаҡҡа йәбешә, күкрәгенә сәнсә. Хужабикәнең үлгәнен күргәс, бысағын йәшерә лә йорттан ҡаса. Ҡатындың кәүҙәһен күршеләре таба һәм полиция саҡырта. Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле үлтереүсе ҡатын ҡулға алынған, ғәйебен таныған. Ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлау бара.
Фото: Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәте. Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Asarba-ti-y-ll-p-inderg-n-575315/
Читайте нас: