Шулай ҙа шикләндем. Тәү сиратта уға башҡортса яуап бирҙем (әйткәндәй, ярҙам һорап яҙған танышығыҙ башҡортса белһә, был тикшереү өсөн шәп ысул), шунан документтағы “Мәскәү ҡалаһының дауаханаһы” тигән яҙыуға күҙем төштө.
Ысынлап та, танышымдың аккаунты аша мутлашыусылар эш иткәне асыҡланды.
Бөгөн иһә был “ҡапҡан”ға икенсе танышым тотолдо, уның ҡорбаны ла булды. Шул уҡ Инстаграмда уның “сториз”ын күрәм: “Хеҙмәттәшем ошондай яҙма урынлаштырған, ярҙам һорай, ярҙам итәйек!”
Хәлде аңлағансы, үҙе күрһәтелгән картаға аҡса күсерергә лә өлгөргән.
Ғәҙәттә, бындай мутлашыуҙар “Бәйләнештә” төркөмөндә йыш күҙәтелә ине, хәҙер ошо касафат Инстаграмға ла барып еткән.
Һаҡ булығыҙ, башта мөмкинлегегеҙ булһа, шылтыратып йәки башҡа бәйләнеш саралары аша эштең айышына төшөнөгөҙ.