Яңы мөнәсәбәт системаһы хайуандарҙың да ҡурҡыуҙы, ауыртыуҙы тоя торған һиҙгер йән эйәһе икәнлеген иҫәпкә алып, уйланып төҙөлгән. Хәҙер уларҙы балалар булған ерҙә ауларға ярамай. Приюттарҙа тәрбиәләү, элекке хужаһына ҡайтарыу ҡағиҙәләре ентекле итеп аңлатылған.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, закон акты хайуандар менән бөтә мөғәмәлә системаһын гуманлаштырыуҙы күҙ уңында тота. Берәҙәк хайуандарҙың һанын да гуманлы юл менән көйләү ҡарала, шуның иң тәьҫирлеһе- стерилләштереү.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Ber--k-hayuandar-a-y-n-ey-e-407503/