Ир ғәйебен таныған, әммә ҡанһыҙ ҡылығын иҫләмәйем, аффект хәлендә инем, тип белдергән. Уны шулай уҡ, психиатрия клиникаһына, махсус экспертизаға ебәрәсәктәре мәғлүм. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Ир аяуһыҙ ҡылығына аңлатма биреп маташҡан. Асыҡланыуынса, барыһына ла көнләшеү ғәйепле. Александрҙың тәүге ҡатыны һәм таныштары уның үтә ҡыҙыу холоҡло, ҡаты күңелле кеше булыуын, артыҡ ныҡ көнсөл икәнлеген билдәләгән.
Был юлы 31 йәшлек ғаилә башлығына ҡатынының телефонына пароль ҡуйыуы үтә шикле тойолған. Унан тыш, ир ҡатынын хыянатта ғәйепләй. “Иң яҡын дуҫым менән яҡынлыҡта булдым тине”, - тип белдерә. Йәнәһе, был ирҙе сығарынан-сығарған һәм ул ҡатынына ташланған. Әммә был да көнсөл ирҙең фантазияһы булыуы ихтимал, сөнки бөтәһе лә Оксананы ипле, итәғәтле һәм фәҡәт ғаилә өсөн йәшәгән ҡатын тип билдәләй. Ире ҡулынан һәләк булған ҡатынды Балаҡатай районының Соколки ауылында ерләгәндәр.
Әйткәндәй, Александрҙың яҡындары унан баш тарта һәм был вәхши аҙымын ғәфү итергә уйламай. Ирҙең әсәһе иһә, ошо хәлде ишеткәс, бик ауыр кисергән, инсультҡа дусар булып, дауаханаға эләккән.
Мәрхүм Оксананың туғандары иһә Александрҙы психик сирле тип табырҙар ҙа, дауаханаға оҙатырҙар, ә унан ул бер нисә йылдан сығыр ҙа, ҡәйнәһенең һәм балаларының тормошон тамуҡҡа әүерелдерер, тип ҡурҡалар.
– Ауыр енәйәт ҡылғанда аффект хәлендә булдым тип әйтеүе уны бер нисек тә аҡламай, Александр тейешле язаны алырға тейеш, - ти мәрхүм Оксананың апаһы.
Әйткәндәй, ҡатындың әсәһенән Александрҙың яҡындары уның вәхши ҡылығы өсөн килеп ғәфү үтенгән. Шул уҡ ваҡытта интернет селтәрендә был хәлгә битараф булмағандар петиция ойошторған, улар йәш ҡатынды үлтергән вәхшиҙе ғүмерлеккә тимер рәшәткә артына оҙатыу өсөн ҡултамға йыя.
Оксананың ҡот осҡос үлеменә шаһит булған ике һәм дүрт йәшлек ҡыҙҙарын иһә ҡатындың әсәһе үҙенә алған, ул тейешле документтарҙы юллай башлаған да инде.
...Ошо ҡурҡыныс ваҡиғанан бер аҙна алда Александр Оксананы ныҡ итеп туҡмағаны һәм ҡатындың балаларын алып, әсәһе янына ҡайтып ктеүе мәғлүм. Ә Һатҡыға барыр алдынан ир килеп ҡатынан ғәфү үтенгән, башҡа көнләшмәйем, тип ышандырған. Оксана иһә сиратағы тапҡыр балалар хаҡына ғәфү иткән... Күреүебеҙсә, был туҡран тәүбәһе булып сыҡҡан. Көнләшеү - сир тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул...
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Sirle-tip-dauahana-a-o-atiu-an-ur-abi-393935/