Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
6 Июль 2020, 11:24

Гөжләп торған урамда - үле кәүҙә

Таксист булып эшләүҙең ауырлығын, хәүефлелеген тик үҙҙәре белә лә, ғаиләһе аңлайҙыр.

Оҙон юлда йә иһә төнгө ваҡытта улар менән булған төрлө хәлдәр тураһында әленән-әле ишетелеп тора. Халыҡҡа бындай хеҙмәт күрһәтеү кемдеңдер төп эше булһа, икенселәрҙеке - өҫтәмә килем сығанағы.

Бөгөн дә социаль селтәрҙәрҙә такси хеҙмәте менән бәйле бер фажиғә тураһында мәғлүмәт бар: Өфөлә йәнле урамда ағас янында бер таксистың үле кәүҙәһен тапҡандар. Шуға өҫтәп, мәйет эргәһендә "Яндекс.Такси" логотибы төшөрөлгән автомобиль дә торған, тиелә мәғлүмәттә. Эргәләге ағасҡа машина һөйрәй торған трос та бәйләп ҡуйылған. Был хәл Интернациональ һәм Ирек урамдары киҫелеше тирәһендә булған.

Әлегә Башҡортостан Тәфтиш комитеты был ваҡиғаға ҡарата бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй.

Фото: Инстаграм
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/G-gl-p-tor-an-uramda--le-k-352861/
Читайте нас: