Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
4 Июнь 2020, 15:06

Көсләүҙә ғәйепләнгән ирҙәр... аҡланды

Башҡортостандың Юғары суды Суд коллегияһынан шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр килде: дознаватель ҡыҙҙы көсләү буйынса йәмәғәтселектә киң билдәле булған енәйәт буйынса яңы ҡарар сығарылған, ваҡиғала ҡатнашҡан кешеләрҙең апелляция ялыуҙарын ҡарағандан һуң, өс полиция хеҙмәткәренә аҡлау ҡарарҙары сығарылған.

Был хаҡта “Вести” каналы хәбәр итә. Ҡырмыҫҡалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең элекке начальнигы Салауат Ғәлиевте һәм Өфө районы буйынса эске эштәр бүлегенең элекке начальнигы Эдуард Матвеевты тулыһынса аҡлағандар. Быға тиклем улар дөйөм режимлы колонияға ете йылға хөкөм ителгәйне.
Өфө районы буйынса эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы Павел Яромчук иһә тәүҙә алты йылға хөкөм ителгән булһа, әле был ваҡытты дүрт йылға тиклем ҡыҫҡартҡандар.
“Хөкөм ҡарары үҙгәртелде, апелляция ҡарары сығарылды”, – тип белдергәндәр Башҡортостандың Юғары судының матбуғат хеҙмәтенән.
Мәғлүм булыуынса, былтыр 26 декабрҙә Өфөнөң Киров районы суды коллегаһын мәсхәрәләүҙә ғәйепләнгән өс экс-полицейскийға хөкөм ҡарары сығарғайны, Салауат Ғәлиев һәм Эдуард Матвеев — етешәр, Павел Яромчук алты йылға дөйөм режимдағы колонияға оҙатылғайны. Бынан тыш, улар ҡыҙға әхлаҡи зыянды ҡаплау өсөн өс миллион һум түләргә тейеш ине.
Ул саҡта зыян күреүсенең адвокаты суд ҡарары менән ҡәнәғәт булыуын белдерһә, хөкөм итеүселәр ҡарар менән ҡәтғи рәүештә ризаһыҙлығын еткергәйне.
Элекке полиция хеҙмәткәрҙәре 2018 йылдың октябрендә ҡулға алынғайны.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/K-sl----yepl-ng-n-ir-r--a-landi-302065/
Фото: img.gazeta.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: