Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
30 Май 2020, 15:20

Кеше ғүмере хаҡы бер арбамы?

Стәрлетамаҡтағы баҡсала ҡылынған ҡот осҡос хәл йөрәкте өшөттө. 23 майҙа урындағы хоҡуҡ һаҡлау органдарына баҡсалағы йортта әллә нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскеләнгән 62 йәшлек ирҙең мәйете табылғанлығы хаҡында хәбәр иткәндәр.

Тәфтишселәр “Үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан. Өҫтәүенә ирҙең ғүмерен өҙгән енәйәтсе уның автомобилен һәм шәхси әйберҙәрен алып ҡасҡан. Һуңғараҡ автомобилде тапҡандар. Уны ентекле тикшереү шик аҫтына алынған ирҙең шәхесен асыҡларға ярҙам иткән. Ул мәрхүмдең 55 йәшлек күршеһе булып сыҡҡан. Был әҙәм ҡасандыр хөкөм ителгән булған. Ул тағы ҡулға алынған, урланған әйберҙәрҙе кире ҡайтарған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 22 майҙа 62 йәшлек ир күршеһенән баҡса арбаһы һораған. Уныһы ҡаршы килмәгән, биреп торорға вәғәҙә иткән һәм күпмелер ваҡытҡа йортонан үҙ эштәре буйынса китеп торған. Ә ҡайтҡас, үҙенә әйбер һорап мөрәжәғәт иткән күршеһен осратҡан, вәғәҙәһен үтәмәгән, юғалған өсөн унан әллә күпме асыулы һүҙ ишеткән. Шулай итеп, ике ир талашҡан да үҙ баҡса участкаларына таралышҡан.
Кис тағы осрашып, әрләшеүҙе дауам иткәндәр. Был юлы ҡул көсө лә ҡушылған. Шик аҫтына алынған кеше үҙенә күршеһе ташлана тип уйлаған да уға бысағы менән бер нисә тапҡыр сәнскән. Аҙаҡ мәйетте йортҡа индереп һалған һәм автомобилдең стенала эленеп торған асҡысын алып сығып киткән. Байтаҡ эсеп йөрөгән, был "эш"ен күрше ауылда ла дауам иткән.
Республиканың Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әле тикшереү бара.
Фото: landshaftdizajn.ru.
Айһылыу Низамова
Читайте нас: