Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
27 Май 2020, 12:21

Һеңлеһен үлтергән ҡыҙға яза билдәләнде

Былтыр сентябрҙә бар республиканы тетрәндергән фажиғә булғайны. Салауат ҡалаһында 17 йәшлек ҡыҙ үҙенең ете йәшлек һеңлеһен мунсала һыулы таста батырып үлтергәйне.

Билдәле булыуынса, балалар ҡыҙлыҡҡа алынған ғаиләлә тәрбиәләнгән. Ул көндө апаһы һеңлеһенә дәрес әҙерләргә ҡамасаулағаны өсөн асыулана. 11-се класта уҡыған өлкән ҡыҙ бәләкәсен һөйрәп мунсаға индерә һәм һыулы тасҡа өс тапҡыр башын тыға. Тығып ҡына ҡалмай, ә уны ныҡ итеп һыу аҫтында тота. Аҙаҡ баланы ҡалдырып сығып китә. Кире килгәнендә һеңлеһенең үле кәүҙәһен генә таба. Ете йәшлек баланың башында ҡан һауған эҙҙәр ҡалған була.
Енәйәт эшен тәүҙә “Үлтереү” статьяһы буйынса асалар, аҙаҡ “Һаҡһыҙлыҡ буйынса үлтереү” тип үҙгәртәләр. “Хәбәрҙәр” тапшырыуы белдереүенсә, ҡыҙыҡайҙың иркен бер йылға сикләгәндәр.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/e-le-en-lterg-n-i-a-yaza-bild-l-nde-288769/
Фото: yandex.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: