Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
24 Декабрь 2019, 12:10

Үҙ ҡолағына үҙе ышанмаған: аҡлағандар!

Стәрлетамаҡта суд һуғышҡан мәлдә иптәшен үлемесле яралағаны өсөн 20 йәшлек егетте аҡланы. Нахаҡҡа ғәйепләнгән Илнар Рәхимҡолов ике йыл ғүмерен колонияла үткәргәйне.

Ошо ваҡыт эсендә намыҫына көс килгән бер иптәше үҙенең ғәйебен танырға һәм бысаҡ менән тап үҙенең сәнсеүен белдерергә тәүәккәлләгән.
Присяжныйҙар суды Илнарға ҡәтғи хөкөм ҡарары сығара, егетте туғыҙ йыл ярымға хөкөм итә. Апелляцияға бирәләр, әсәһе Гөлфиә улының ғәйепле булыуына ышанмай, һәр ултырышта даими ҡатнаша. Эште яңынан ҡарайҙар. Икенсе ултырышта шаһит булып ҡатнашҡан иптәше 23 йәшлек Ринат Юлмөхәмәтов фажиғәлә үҙенең ғәйепле икәнен тағы бер тапҡыр белдерә. ”Мин кешене һис тә үлтерергә теләмәнем, үҙемде яҡларға ғына тырыштым”, - тип ул көндә нимә булғанын ентекләп һөйләп аңлата.
“Сығығыҙ, һеҙҙе аҡланылар” тигәнде ишеткәс, үҙ ҡолағыма үҙем ышанманым”, - ти тулҡынланыуҙан ни әйтергә белмәгән Илнар. Был буталсыҡ ваҡиғала адвокат Морат Сабитовтың профессионаллеген дә билдәләргә кәрәк. Ул енәйәт эшенә теркәлгән ҡоралдың фажиғә ҡорбанына ҡарата ҡулланылмағанын раҫланы.
Фото: Zen.Yandex.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: