Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
22 Декабрь 2019, 11:50

Теш щеткаһын урлаған өсөн ике йылға иркенән мәхрүм ителгән

Өфөнөң бер сауҙа үҙгендә 40 дана теш таҙартыу щеткаһын урлаған бурҙы ҡулға алғандар.

Зыян күләме 5000 һум тип билдәләнгән.

Бур видеокамераға эләккән. Кадрҙарға ҡарағанда, ул эргә-тирәһендәге кешеләрҙән дә оялмай, щеткаларҙы кеҫәһенә тултырыуҙы дауам итә.

Ул – быға тиклем дә хөкөм ителгән 26 йәшлек Өфө кешеһе. Урланған әйберҙәрҙе һатып аҡса эшләгән, ҡайһы берҙәрен тотоноп та өлгөргән. Уны 2 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарылған.

Фото: google.ru

Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Tesh-shchetka-in-urla-an-s-n-ike-yil-a-irken-n-m-hr-m-itelg-n-46380/
Читайте нас: