Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
18 Декабрь 2019, 00:35

Бурысыңды түлә лә – тыныс бул

Уҙған аҙнала республикала водителдәрҙең штрафтарын ваҡытында түләмәгән 125 осраҡ теркәлгән. Законды һанға һуҡмаусыларҙы асыҡлау маҡсатында Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы башланды.

Бер үк ваҡытта төбәктә йәш быуындың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән рейд та иғлан ителде. Уның барышында инспекторҙар балаларҙы махсус креслола йөрөтмәгән водителдәрҙе туҡтата. Күләмле операциялар хаҡында беҙҙең киләһе репортаж.
Бөгөнгө иртә күп кенә водителдәр өсөн инспекторҙар менән осрашыуҙан башланды. Туҡтатыуҙың сәбәбе - штрафтарҙы тикшереү. Әйтергә кәрәк, юл ҡағиҙәһен боҙған ҡайһы берәүҙәр бурыстарын ваҡытында түләргә ашыҡмай. Уҙған аҙнала ғына республикала ошондай 125 осраҡ теркәлгән. Ике ай эсендә штрафтарын түләмәгән был водителдәргә административ эш ҡуҙғатылған. Хәҙер уларға икеләтә штраф суммаһын ҡайтарыу йәки 15 тәүлеккә иркенән мәхрүм ителеү янай. Шулай уҡ 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп итеүҙәре лә ихтимал.
Инспекторҙар иҫкәртеүенсә, күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн штрафтарҙы ваҡытында түләргә кәрәк. Улай ғына ла түгел, бурысты 20 көн эсендә ҡайтарған осраҡта 50 процент ташлама яһала. Әммә бындай мөмкинлек административ кодекстағы барлыҡ статьяларға ла ҡағылмай. Мәҫәлән, эскән килеш руль артына ултырған йәки светорфорҙың ҡыҙыл утына үткән водителдәр штраф күләмен тулыһынса ҡапларға тейеш.
Ә был водитель республикала иғлан ителгән икенсе профилактик рейд барышында туҡтатылды. Салонда махсус кресло булыуға ҡарамаҫтан, бала ни өсөндөр унда ултырмай. Руль артындағы ир нисек кенә аҡланырға маташһа ла, яуаплылыҡтан ҡотола алманы. Үҙенең иғтибарһыҙлығы өсөн хәҙер ул өс мең күләмендә штраф түләйәсәк.
Рейд юлдарҙа йәш быуындың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Статистиканан күренеүенсә, быйыл ғына балалар ҡатнашлығында 400-гә авраия теркәлгән. Фажиғәле хәлдәр тәү сиратта водителдәрҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүенә бәйле, ти инспекторҙар.
Ураған һайын штраф түләгәнсе, шул суммаға бер тапҡыр балалар креслоһы һатып алыу күпкә отошло. Ә иң мөһиме, бала ғүмерен бер ниндәй аҡса менән дә сағыштырыу мөмкин түгел. Инспекторҙар водителдәрҙе артабан да уяу булырға саҡыра, сөнки «Иғтибар балалар!» операцияһы киләһе йылдың 14 ғинуарына тиклем дауам итә.
Автор: И.Байбулатов.
Читайте нас: