Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
28 Ноябрь 2019, 11:00

Йәш егетте ир быуып үлтергән

Ишембай районында кеше үлтергән 53 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше асылған.

БР Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 18 ноябрҙә Ишембай районының Кинйәбулат ауылында йәшәүсе 20 йәшлек егет ауылдашында ҡунаҡта булған. Тәүҙә ирҙәр араҡы эсеп ултырған, бер аҙҙан бәхәсләшеп, ирешеп киткәндәр.

Йорт хужаһы ҡунағын быуып үлтергән дә, кәүҙәһен соланға йәшергән.

Алты көндән егеттең туғандары полицияға уның юғалыуы тураһында хәбәр иткән.

Полиция хеҙмәткәрҙәре егеттең һуңғы тапҡыр ҡайҙа булғанын асыҡлаған.

Элек тә кеше ғүмерен өҙөп, ултырып сыҡҡан йорт хужаһы үҙ ғәйебен таныған.

Әлеге ваҡытта ул ҡулға алынған.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Y-sh-egette-ir-biuip-lterg-n-20683/

Читайте нас: