Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
27 Ноябрь 2019, 11:15

Ейәнсәрен көсләүсене ярлыҡарғамы?

Ике хөкөм ителеүсене лә ярлыҡаманылар.

БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышы үтте. Унда ике эш ҡаралып, бер мөрәжәғәт тә яҡлау тапманы.

Беренсе үтенесте яҙыусы күп тапҡырҙар хөкөм ителеп, һуңғы тапҡыр ейәнсәрен көсләгән өсөн 14 йылға иркенән мәхрүм ителгән 1957 йылғы ир. Икенсе хөкөм ителеүсе енәйәтсел төркөмдә Өфөлә наркотиктар менән сауҙа иткән.

Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия енәйәт эшен ентекләп өйрәнә, хөкөм ителеүсенең үҙе менән осраша. Енәйәтселәрҙән зыян күреүселәрҙең, холоҡ төҙәтеү учреждениеһының фекерен тыңлай.

Быйыл Ярлыҡау комиссияһы 26 эште ҡарап, алтауһын ғына ярлыҡауға тәҡдим иткән.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ey-ns-ren-k-sl-sene-yarli-ar-ami-19707/

Читайте нас: