Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
22 Ноябрь 2019, 21:40

Подполковник төрмәлә ултырасаҡ

Тәртип һәм хоҡуҡ һаҡсыһы хөкөм ителде. Әҙәм балаһының ҡомһоҙлоғона хайран ҡалырлыҡ.

Шул тиклем байлыҡты нимә эшләтмәксе булды икән? Хоҡуҡ һәм тәртип һағында тороусыларҙың үҙҙәренең закон боҙоуы аптырата.
Өфө район суды Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрен ҡаты режимлы колонияға һигеҙ йылға хөкөм итте. Ул вазифалыҡ вәкләттәрен арттырыуҙа, мутлашыуҙа, ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Подполковник ЭЭМ-ның Өфө районы буйынса Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы бүлек етәксеһе булып эшләгәндә бер кешенән енәйәт эшен туҡтатыу өсөн 600 мең һум аҡса, 230 мең һумлыҡ ҡарйөрөгөс алған. Һуңынан ҡайныһы, Дмитриевка ауылы хакимиәте башлығы аша 2014-2016 йылдарҙа Ушаков , Нурлы ауылдарында муниципаль милеккә ҡараған ерҙәрҙе үҙләштергән һәм һуңынан уларҙың барыһын да туғандарына йәки таныштарына рәсмиләштергән. Полицейский мөлкәтенә, килеменә декларацияны дөрөҫ күрһәтмәгән. Суд полиция подполковнигының Өфөләге элиталы йорттарҙағы алты фатирын, машина ҡуйыу өсөн дүрт урынын, коттеджын, ер участкаһын, автомобилен дәүләт иҫәбенә тартып алыу тураһында ҡарар сығарған.
Яуаплы вазифалар биләгән хоҡуҡ һәм тәртип һаҡсылары араһында беҙ белмәгән бындай «байҙар» әллә күпмелер әле.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Podpolkovnik-t-rm-l-ultirasa-15971/
Читайте нас: