Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
10 Октябрь 2019, 14:48

«Стаж»лы наркомандар ҙа бар

Өфө районында полиция хеҙмәткәрҙәре наркотиктар менән мауыҡҡан 39 йәшлек ирҙе ҡулға алған.

Уның өйөндә балаҫ аҫтында был ағыулы синтетик матдә һаҡланған. Асыҡлауҙарынса, ир алты йыл наркотик ҡуллана икән. Бер ҡайҙа ла эшләмәгәс, сауҙа итеү менән дә шөғөлләнгән. Дилер илерткесте Михайловка ауылындағы һәм Затон биҫтәһендәге таныштарына ғына һатҡан. Ғәйепләнеүсегә наркотиктарҙы законһыҙ һаҡлағаны һәм һатҡаны өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәҙер уға төрмәлә насар ҡылығынан арынырға тура киләсәк.
Читайте нас в