Енәйәт эше материалдарына ярашлы, енәйәт 2018 йылдың октябрендә ҡылына.
Ғәйепләнеүсе, иҫерек хәлдә, бысаҡ алып, диванда йоҡлап ятҡан Ш. эргәһенә килә һәм уны быуа башлай, бер үк ваҡытта бысағы менән уның уң яҡ битен йәрәхәтләй.
Әммә К. үлтерергә уйлаған ниәтен аҙағына еткерә алмай, зыян күреүсе уға ҡаршылыҡ күрһәтә, ҡулы менән бысаҡты бәреп төшөрә, унан ысҡынып, өйҙән урамға йүгереп сыға.
Ғәйепләнеүсенең ҡылығы һөҙөмтәһендә уның сәләмәтлегенә зыян килтерелә.
Суд ултырышында ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен таныны.
Суд, килтерелгән дәлилдәрҙән сығып, хөкөм ителеүсенең үлтерергә ынтылыуҙа ғәйебе раҫланды тигән һөҙөмтәгә килде һәм уға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 6 йыл 3 айға иркенән мәхрүм итеү язаһын билдәләне.
Хөкөм ителеүсе суд залында һаҡ аҫтына алынды.
Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инде.
Розалия ИБРАҺИМОВА, Стәрлебаш район-ара суды консультанты.