Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
24 Сентябрь 2019, 11:57

Алимент түләү - мотлаҡ эш

Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш район-ара судында Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 157-се статьяһы 1 бүлегендә ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа - нигеҙһеҙ сәбәптәр булмайынса балиғ булмаған балаһына алимент түләү буйынса суд ҡарарын үтәмәгән һәм был бер нисә тапҡыр ҡабатланған өсөн ғәйепләнеүсе 38 йәшлек район кешеһенә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды.

Енәйәт эше материалдарына ярашлы, гражданин А. мировой судья ҡарары нигеҙендә 2010 йылдың авгусынан башлап балиғ булғанға тиклем ҡыҙына хеҙмәт хаҡының дүрттән бер өлөшө күләмендә алимент түләргә тейеш.

Әммә гражданин А. суд ҡарарын үтәүҙән баш тарта. Бурысының дөйөм суммаһы 627 824 һум 1 тингә еткән.

Суд ултырышында хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен танып, үкенеүен белдерҙе. Был эш судта айырым тәртиптә ҡаралды.

Суд, йыйылған дәлилдәрҙән сығып, хөкөм ителеүсенең ғәйебе раҫланды тигән һөҙөмтәгә килде һәм хөкөм ителеүсенең хеҙмәт хаҡынан 5 процентын дәүләт файҙаһына тотоу менән биш айға холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп итеү язаһын билдәләне.

Хөкөм ҡарары закон көсөнә инде.

Розалия ИБРАҺИМОВА, Стәрлебаш район-ара суды консультанты.
Читайте нас: