Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
1 Сентябрь 2019, 13:45

Эйе, үҙ әсәһе үлтергән...

Шулай итеп, ике көн буйы бөтә республиканы тетрәндергән ваҡиға асыҡланды. Бер йәшлек Тимур Хәбировты үҙенең әсәһе үлтергән...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә төндә баланың үле кәүҙәһе табылғайны, бөгөн Тәфтиш комитеты хәлдең нисек булғанын еткерҙе. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, хоҡуҡ һаҡсылары менән әсәй кеше араһында психологик контакт булдырыла һәм ҡатын барыһын да һөйләп бирә, балаһын күмгән урынды күрһәтә.


29 август төнөндә ул үҙенең бер йәшлек балаһын быуып үлтерә, аҙаҡ ихатаһында соҡор ҡаҙа һәм шунда күмә. Кәүҙә ҡатын күрһәткән урында, ярты метр тәрәнлектә табыла. Сабый юрғанға төрөлгән була.


“Әле тәфтишселәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынын ҡарап сыҡты. Суд-медицина экспертизаһы билдәләнде. Ғәйепләнеүсе ҡатын ҡулға алынды”, – тинеләр Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтендә.


Ике көн дауам иткән ҡот осҡос ваҡиғаға нөктә ҡуйылды. Мөғжизә булманы: бала үле, иң ҡурҡынысы – был йыртҡыслыҡты үҙ әсәһе ҡылған…


Читайте нас: