Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
1 Сентябрь 2019, 13:55

Бала тыуҙы тип алдап... аҡса "һуҡҡан"

Красноярск крайының Киров һәм Свердловск райондары буйынса ЗАГС бүлеге мөдире бала тыуыу тураһында ялған танытма биреп аҡса "һуҡҡан".

Асыҡланыуынса, 2015 йылдың майында ғәйепләнеүсе ике ҡатындан 20 һәм 15 мең һум күләмендә ришәүәт алған. Яуап итеп, ул теге ханымдарға бала тыуыу тураһында ялған танытма биргән.


Тәфтишселәр белдереүенсә, ҡатындар, танытманан тыш, балаларға пособие алыу хоҡуғына эйә булған документтар, башҡа социаль түләүҙәр ҙә юллаған.


Был хәл буйынса тикшереү бара, ЗАГС мөдиренә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Читайте нас: