Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
29 Август 2019, 14:08

Судта эсен киҫә. Күрәһең, ҡарар оҡшамаған

Бөгөн иртән Өфөлә бер ир Юғары суд бинаһында үҙенең эсен киҫкән. Әллә суд ҡарары оҡшаманымы икән?

Хәл былайыраҡ була. Ир гражданлыҡ искы буйынса суд ултырышына килә. Ул фатир һатыу мәсьәләһенә бәйле була. Суд ҡарары сығарылғандан һуң ир коридорға сыға һәм эсен киҫә. Билдәле булыуынса ул быны ҡырыныу станогы лезвиеһы менән эшләй.

Суд приставтары “Ашығыс ярҙам” саҡырта һала. Ирҙе дауаханаға оҙаталар. Әле был хәлде тикшереү бара.


Ниңә ир был аҙымға барғандыр, аңлашылмай. Әллә ысынлап ҡарар менән килешмәй, протест белдергәнме, әллә психик сир менән яфаланамы?https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/sudta-esen-ki-k-r-e-arar-o-shama-an/
Читайте нас: