Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
27 Август 2019, 13:55

Хөкөм ителеүсе телефон аша... аҡса һуҡҡан

Ырымбур өлкәһендә төрмәлә ултырған 35 йәшлек ир 2017 йылдың сентябренән ғинуар айына тиклем, законһыҙ рәүештә эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән.

Хөкөм ителеүсенең кеҫә телефоны булған. Ул Ырымбур өлкәһенән 13 кешене алдаған. Алдау схемаһы билдәле һәм бик ябай. Яуыз ниәтле ир өлкәнең төрлө райондарына шылтыратып, халыҡты хафаға һалған. Ул таныш булмаған кешеләрҙең телефонына шалтыратып, туғаны йәки яҡын танышы булыуын әйтеп, юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүен, аварияла йәш баланың ҡазаланыуын белдерә. Тик полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт эше асмаһын өсөн аҡса түләү кәрәклеген еткерә. Һуңынан "эшҡыуар" аҡса күсереү өсөн карта иҫәбен дә бирә. Енәйәтсе тоҙағына Ырымбур өлкәһенән 13 кеше эләгеп, ғәйепләнеүсе йәмғеһе 170 мең һум аҡса "эшләгән". Әле уға ҡарата тағы ла енәйәт эше ҡуҙғатылған.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/kh-k-m-itele-se-telefon-asha-a-sa-u-an/
Читайте нас: