Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
22 Февраль 2019, 12:25

Хәүефле ҡалдыҡтар менән шаярырға ярамай

Прокуратура тарафынан район ойошмаларында ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә закондар үтәлеше тикшерелде.

«Шишмә элеваторы» филиалы «Центральная» МТСЫ дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында, «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Стәрлебаш юл ремонт-төҙөлөш иадарлығында хәүефле ҡалдыҡтар - граждандар ғүмере һәм сәләмәтлегенә хәүеф менән янаған ватыҡ терегөмөш лапмалары тейешенсә һаҡланмауы асыҡланды.

Ошоға бәйле, прокуратура тарафынан ғәйепле кешеләргә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 8.1 статьяһы буйынса (ҡалалар һәм предприятиеларҙы төҙөү эшмәкәрлеге, ҡоролмалар йәки башҡа объекттарҙы эксплуатациялауҙы тормошҡа ашырыуҙа экологик талаптарҙы үтәмәү) административ эш ҡуҙғатылып, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында яҙма күрһәтмә ебәрелде, ғәйеплеләрге 2000 һум күләмендә штраф һалынды.

Әлеге ваҡытта етешһеҙлектәр бөтөрөлгән, район прокуратураһы тарафынан әлеге йүнәлештә эш дауам итә.

Нияз НАФИҠОВ, Стәрлебаш районы прокуроры ярҙамсыһы.


Читайте нас: