Тәү сиратта, шуны аңлатып үтәм, суд бойороғо - аҡса түләтеү (мотлаҡ түләүҙәр һәм санкциялар) йәки ғариза тапшырғандан һуң биш көн эсендә эште судта ҡарамайынса һәм ике яҡты тыңламайынса күсмә милекте һоратып алыу тураһында суд ҡарары.
Шундай ғаризаларҙың күбеһен граждандарҙан һалым бурыстарын түләтеү өсөн һалым органдарынан, йәки займ килешеүҙәре (кредит килешеүҙәре) буйынса бурыстарҙы түләтеү өсөн кредит ойошмаларынан була.
Суд бойороғонда мировой судья бурыслы тураһында мәғлүмәтте, бурыс суммаһын һәм ул кемдең файҙаһына түләтергә тейешлеген күрһәтә. Суд бойороғоноң күсермәһе бурыслыға ебәрелә, ул иһә уны үтәү буйынса ҡаршы булыуын күрһәтергә хоҡуҡлы. Бында шуны билдәләп үтергә кәрәк, административ суд эштәрен алып барыу тураһындағы кодексҡа ярашлы сығарылған һалым бурыстарын түләтеү тураһында суд бойороғона ҡарата уның күсермәһен ебәргән көндән 20 көн эсендә бурыслы ризаһыҙлығын күрһәтергә хоҡуҡлы, ә бына Граждандарҙың процессуаль кодексына ярашлы сығарылған суд бойороғона ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереү срогы күсермәне алған көндән 10 көн тәшкил итә.
Әгәр бурыслынан закон тарафынан билдәләнгән срокта ризаһыҙлыҡ булһа, мировой судья суд бойороғон юҡҡа сығарырға бурыслы. Бурыслы ниндәй сәбәптәр буйынса ризаһыҙлыҡ белдереүе әһәмиәткә эйә түгел. Ризаһыҙлыҡ белдереү факты ғына мөһим. Ризаһыҙлыҡ белдереү формаһы ирекле булыуы мөмкин. Иң мөһиме, унда бурыслы тураһында мәғлүмәт һәм ул риза булмаған талаптар күрһәтелергә тейеш.
Ризаһыҙлыҡ күрһәтеүгә бәйле аҡланырлыҡ сәбәптәр буйынса үткән срок тергеҙелергә тейеш. Тейешле сәбәптәр сифатында бурыслы тарафынан почта корреспонденцияһын илтеү ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле суд бойороғо күсермәһен алмау, бурыслының сирләүе арҡаһында йәшәү урыны буйынса булмауына, командировкала, отпускала булыуы, башҡа йәшәү урынына күсенеүенә һ.б. бәйле хәл-шарттар ҡаралыуы мөмкин.
Суд бойороғо ғәмәлдән сыҡҡас түләтеүсе дәғүә ғаризаһы (административ дәғүә ғаризаһы) менән судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы, ул иһә, ҡағиҙә булараҡ, суд ултырышында ике яҡты саҡыртып тикшереләсәк.
Юғарыла әйтелгәндәрҙән сығып шундай һығымта яһарға мөмкин, суд бойороғо алған граждандар тәүҙә уны яҡшылап өйрәнергә тейеш. Артабан, әгәр улар әйтелгән талаптар менән килешмәһә, уларҙы законһыҙ тип иҫәпләһә, улар суд бойороғон үтәүгә ҡаршы закон тарафынан билдәләнгән срокта ризаһыҙлыҡ белдерергә хоҡуҡлы.
Суд бойроғон юҡҡа сығарыу бурысты түләүҙән азат итмәй. Әгәр суд бойороғо ғәмәлдән сығып, гражданин тарафынан бурыс ҡаплатылмаһа, түләтеүсе законлы нигеҙҙә уны башҡа тәртиптә түләтергә хоҡуҡлы. Өҫтәүенә, суд сығымдары, мәҫәлән, дәүләт пошлинаһын түләү буйынса сығымдар артасаҡ һәм, талаптар ҡәнәғәтләндерелгән осраҡта бурыслынан түләтеләсәк.
Әгәр ризаһыҙлыҡ белдерелмәһә, суд бойороғо үҙ көсөнә инә, уның нигеҙендә суд приставтары мәжбүри үтәтеүҙе бойомға ашырасаҡ. Азамат ҒӘЛИЕВ, Стәрлебаш районы буйынса суд участкаһы мировой судьяһы.