Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
16 Октябрь 2018, 12:13

Әхлаҡи зыянды ҡаплатыуға 450000 һум

Стәрлебаш район-ара суды тарафынан М.дың Н.ға ҡарата дәғүә ғаризаһы буйынса әхлаҡи зыян килтергән өсөн компенсация түләтеү тураһында граждандар эше ҡаралды.

Эш материалдарына ярашлы, 2017 йылда суд ҡарары менән яуапҡа тарттырылыусы Н., М.дың сәләмәтлегенә ауыр зыян килтергән өсөн, РФ Енәйәт кодексының 119 статьяһының 1 бүлегендә, 111 сатьяһының 2 бүлегенең «з» өлөшөндә ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип танылған.

Дәғүәсе яуапҡа тарттырылыусынан әхлаҡи зыян өсөн 450000 һум күләмендә компенсация һорай.

Суд ултырышында яуапҡа тарттырылыусы Н. дәғүәне ҡәғәтләндереүгә ҡаршы килде, быға нигеҙ итеп үҙенең язаһын йомшартыусы дәлил сифатында улар араһында бәхәс сығыуға сәбәп булып торған зыян күреүсенең әхлаҡһыҙ ҡылығын килтерҙе. Уға М.дың ҡаршы ғәмәлдәре өсөн яуап итеп физик көс ҡулланырға тура килә. Һуғышҡандан һуң улар М. менән дуҫлаша, ул уға дәғүә белдермәй. Шулай уҡ Н. зыян күреүсе алған йәрәхәт ауырлығын арттыра тип иҫәпләй, сөнки ул дауахананан үҙе ҡайтып киткән, дауаланыуын дауам итмәгән, медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итмәгән. Суд ғәҙеллек принцибынан сығып, шулай уҡ зыян күреүсегә һалған ғазабын һәм дәрәжәһен иҫәпкә алып, яуапҡа тарттырылыусының иркенән мәхрүм итеү тураһында матди хәлен иғтибарға алып, әхлаҡи зыянды ҡаплатыуға 250000 һум күләмендә яза бирҙе.


Лиана МӘХМҮТОВА, Стәрлебаш район-ара суды секретары.


Читайте нас: