Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
18 Сентябрь 2018, 11:20

Штрафты ваҡытында түләгеҙ

БР буйынса Эске эштәр министрлығының бойороғон үтәү, түләмәгән штраф суммаларын түләтеү, РФ кодексының 20.25 статьяһының 1-се бүлеге буйынса закон тарафынан билдәләнгән срокта административ штрафтарҙы түләмәгән кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу маҡсатында, Стәрлебаш районы территорияһында 2018 йылдың 11 сентябренән 19 сентябренә тиклем «Бурыслы» оператив-профилактик сараһы үткәрелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Федерацияһының «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында»ғы кодексына ярашлы, административ штраф яуаплылығына тарттырылған кеше тарафынан штраф һалыу хаҡында ҡарар үҙ көсөнә ингән көндән һуң 60 көндән дә һуңламай банк йәки башҡа кредит ойошмаһы аша түләнергә тейеш.

Штраф һалыу тураһындағы ҡарар законлы көсөнә ингәс, 60 көн уҙғандан һуң, административ штраф түләүҙе дәлилләүсе документ булмағанда, ҡарар сығарған орган федераль законда ҡаралған тәртиптә административ штраф суммаһын түләтеү өсөн тейешле материалдарҙы суд приставы - үтәтеүсегә ебәрә. Бынан тыш, РФ «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында»ғы кодекстың 20.25-се статьяһы 1-се бүлегендә ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протокол төҙөлә. Унда түләнмәгән административ штраф суммаһының икеләтә күләмендә (тик бер мең һумдан кәм түгел) административ штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем административ арест һалыу, йәки 50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эшкә йәлеп итеү ҡаралған.

Административ штрафты билдәләнгән ваҡытта түләмәгәндәр суд приставы - үтәтеүсенең юрисдикцияһына эләгә: илдән сығыу тыйыла, иҫәбенә, автомобиленә арест һалына, бурысын ҡаплатыу өсөн башҡа мөлкәтенә арест һалына. Штрафтарығыҙҙы ваҡытында түләргә тәҡдим итәбеҙ!
Читайте нас: