Бәхәсле фатирҙа ул ире менән бергә йәшәй. Дәғүәсенең фатирына В. исемле ир килеп, үҙен енәйәттәр тикшереү бүлеге хеҙмәткәре тип таныта һәм дәғүәсене һәм уның тормош иптәшен күршелә генә урынлашҡан магазинда урлашыу факты буйынса «понятой» сифатында тикшереү эшендә ҡатнашыуҙарын һорай. Полиция хеҙмәткәре тәҡдименә улар баш тарта. Артабан полиция хеҙмәткәре дәғүәсенең туғандары, уларҙы кем ҡарауы тураһында һорашып, үҙенең ағаһының ярҙамын тәҡдим итә, йәнәһе ул уларҙы ҡараясаҡ, ай һайын аҡса бирәсәк, әммә бының өсөн улар фатирҙарын уның ағаһының исеменә күсерергә тейеш. Дәғүәсе был тәҡдимгә баш тарта. Бер айҙан һуң ошо уҡ ир Смирнов фамилиялы кеше менән килә һәм документтарға ҡул ҡуйыр өсөн улар менән ҡалаға барырға тиҙ генә йыйынырға ҡуша, әммә ниндәй документтарға ҡул ҡуйырға кәрәклеген аңлатып тормай. Уларҙан ҡурҡып, ул улар менән ҡалаға бара һәм бөтә документтарға ҡул ҡуя.
Ҡалала улар уны аңлашылмаған документтарға ҡул ҡуйҙыртыр өсөн (гражданка Л.ның күҙе насар күрә һәм ул күҙлекһеҙ була) бер ойошманан икенсеһенә йөрөтәләр. Документтарға ҡул ҡуйғандан һуң уны өйөнә килтерәләр һәм дәғүәсе үҙ фатирында йәшәүен дауам итә. Артабан ул фатирының Смирновҡа һатылыуын белә, әммә фатир өсөн ул бер ниндәй ҙә аҡса алмай, өҫтәүенә, ул фатирын һатырға ла йыйынмай, сөнки ул уның берҙән-бер торлаҡ майҙаны була.
Суд тарафынан эште тулы һәм төрлө яҡлап тикшереү маҡсатында, һатып алыу - һатыу килешеүендә, тапшырыу актында, фатирҙы дәүләт теркәүенә тапшырған башҡа документтарҙа һ.б., шулай уҡ уларҙы үтәү шарттарында ҡуйылған ҡултамғаларҙы гражданка Л. ҡуйыу-ҡуймау тураһында мәсьәләне хәл итеү өсөн суд тарафынан ҡултамғаны тикшереү экспертизаһы тәғәйенләнә.
Суд экспретизаһы һөҙөмтәһе буйынса, килешеүҙе раҫлау тураһында яҙмалар һәм Л.ның ҡултамғаларын уның яҙыуына һәм ҡултамғаһына оҡшатып кемдер башҡа кеше ҡуйыуы билдәләнде.
Дәғүәсе шулай уҡ суд ултырышы барышында был көндө күҙлекһеҙ булыуын, һәм документтарға ҡул ҡуйған мәлдә уның йәнәшәһендә булған кешеләрҙең йөҙҙәрен тоноҡ күреүен, ҡул ҡуйған документтарҙағы текстарҙы уҡый алмауын аныҡлап үтте.
Ошоға ярашлы, Л.ла булған күҙ ауырыуҙарын һәм бәхәсле һатып алыу - һатыу килешеүен уҡыу һәләтен тикшереү өсөн суд тарафынан табип-офтальмологты йәлеп итеп, комиссия суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнде. Үткәрелгән экспертиза һөҙөмтәләре буйынса, килешеү төҙөгән мәлдә дәғүәсенең күҙ ауырыуы булыуы, уның һөҙөмтәһендә дәғүәсе һатып алыу - һатыу килешеүе, тапшырыу акты һәм аҡса алыу тураһында расписка тексын уҡый алмауы билдәләнде.
Л.ның ғаризаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Граждандар эшен тикшереү мәлендә ошо енәйәт эше буйынса алдан тикшереү тамамланмағайны.
Граждандар эшен тикшереү барышында күп һанлы шаһиттарҙан һорауҙар алынды, уларҙан алған мәғлүмәт дәғүәсенең әйткән һүҙҙәренә тура килә.
Юғарыла әйтеп үтелгән хәл-шарттарҙы баһалап, суд экспертизалары эше, дәғүәсе һәм шаһиттарҙан алған мәғлүмәттәр һөҙөмтәләре буйынса суд Л.ның дәғүә талаптарын ҡәнәғәтләндерҙе һәм Смирновтың фатирға милек хоҡуғын бөтөрҙө һәм фатирҙы Л.ға ҡайтарҙы. Суд ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәне. Яуапҡа тарттырылыусы был ҡарарға ялыу бирҙе, эш БР Юғары судында тикшерелә.
Әлфиә ЛАТИПОВА, БР Стәрлебаш район-ара судының суд ултырышы секретары.