Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
6 Июль 2018, 12:14

Усаҡ яҡҡанда ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ

Йәйге ваҡытта граждандар тәбиғәттә, дачала шашлыҡ бешерергә ярата. Урманда, дача һәм йорт алды участкаларында янғын хәүефһеҙлеге сараларын үтәү, тимәк, усаҡ яғыу һәм ут менән эш итеү ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа кәрәклеген тағы бер тапҡыр иҫкәртке килә, юғиһә ялығыҙ ҙур штрафҡа әүерелеүе йәки хатта янғын сығыуы ихтимал.

Граждандар участкаларында усаҡтарҙы шашлыҡ бешереү өсөн генә түгел, башҡа маҡсатта ла яға. Мәҫәлән, уҙған йылғы сүп-сарҙы (ҡоро үлән, ағас ботаҡтарын) яндырыу өсөн, әммә асыҡ урында, айырыуса төҙөлөштәр эргәһендә яғылған ут бик хәүефле. Әйткәндәй, талаптарҙы боҙған өсөн штрафты янғын һүндереүсе йәки ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгесе генә түгел, полиция хеҙмәткәре лә һала ала. Штраф алмаҫ өсөн ут менән эш итеү ҡағиҙәләрен белергә кәрәк.

Шулай итеп, әгәр дачала усаҡ яғырға ҡарар итһәгеҙ, түбәндәгеләрҙе хәтерегеҙҙә тотоғоҙ:

- усаҡ яғыу өсөн янғын йәһәтенән хәүефле объекттарҙан алыҫтараҡ махсус урын йыһазландырырға кәрәк (иң яҡшыһы кәмендә 30 сантиметр тәрәнлектә һәм диаметры 100 сантиметрҙан ҙур булмаған соҡор ҡаҙырға);

- янмаусан материалдан (тимер мангал, мискә һ.б.) бер куб метрға тиклем күләмле махсус һауыт ҡулланырға мөмкин;

- һайлаған урынды бөтә яныусан материалдан ентекле таҙартырға, шулай уҡ уның тирә-яғын 40 сантиметр киңлектә ҡаҙып сығырға кәрәк. Асыҡ уттан башҡа объекттарға тиклем ара ниндәй усаҡ яғылыуға, шулай уҡ тирә-яҡта ниндәй объекттар урынлашыуға бәйле:

- соҡор эсендә яғылған усаҡтан биналарға тиклем 50 метрҙан да кәм булырға тейеш түгел, ә бына ағастарҙан - кәмендә 100 метр;

- тимер һауытта усаҡ яҡҡанда был ара ике тапҡырға кәмей: биналарға тиклем - 25 метр, ағастарға тиклем - 50 метр;

- мангалда шашлыҡ бешергәндә биналарға тиклем алыҫлыҡ биш метрға, ағастарға тиклем - 10 метрға тиклем кәмей;

- асыҡ усаҡта аҙыҡ бешергәндә урынды таҙартыуҙың минималь радиусы ике метр тәшкил итә.

Дача участкаһында усаҡ яғыу, мангалдар ҡулланыу тыйыла, әгәр:

- айырыуса янғынға ҡаршы режим иғлан ителһә (был турала һәр ваҡыт киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә);

- көслө ел иғлан ителһә;

- участка урман ситендә урынлашһа;

- участка территорияһында ылыҫлы ағастар үҫһә;

- ял иткән көндө ел тиҙлеге секундына 10 метрҙан артып китһә.

Бынан тыш, мангалды, шулай уҡ усаҡты һәр ваҡыт кемдер ҡарап торорға тейешлеген онотмағыҙ. Усаҡта еңел янып китеүсән һәм шартлаусан материалдар, мәҫәлән пластик шешәләр һәм һауыт-һаба яҡмағыҙ. Сөнки янғын хәүефе артыуҙан тыш, был тупраҡҡа һәм һауаға зыян килтерә. Участкала мотлаҡ янғын һүндереү саралары: ут һүндергес, ҡом, көрәк, биҙрә һәм һыу тултырылған һауыт булырға тейеш.

Р.МӨХӘМӘТЙӘНОВ,

Стәрлетамаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы.
Читайте нас: