Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
6 Июль 2018, 12:17

Һәр мәғлүмәт һәм хәбәр тикшерелә

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлеге енәйәт һәм ваҡиғаларҙың башҡарылыу урынына һәм ваҡытына, шулай уҡ уларҙың ни тиклем тулы мәғлүмәтле булыуына һәм формаһына ҡарамаҫтан, тәүлек әйләнәһенә төрлө эске эштәр органында ҡабул ителеүе тураһында хәбәр итә.

Енәйәт-процессуаль закон талаптарына ярашлы, енәйәттәр тураһында граждандар тарафынан бирелгән яҙма ғаризаларҙа уларҙың ҡултамғаһы ҡуйылырға, ә телдән әйтелгәндәренә протокол төҙөлөргә, тапшырыусы һәм ғаризаны ҡабул итеүсе вазифалы кеше ҡултамға ҡуйырға тейеш. Ойошмаларҙан, учреждениеларҙан, предприятиеларҙан һәм вазифалы шәхестәрҙән енәйәттәр тураһында хәбәрҙәр яҙма рәүештә ҡабул ителә.

Мәғлүмәттә ялған хәбәр булырға тейеш түгел (ғариза тапшырыусы ҡултамға ҡуйып, белә тороп ялған хәбәр итеү өсөн РФ Енәйәт Кодексының 306 статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы тураһында иҫкәртелә).

Ғариза йәки хәбәр ҡабул иткәндә, дежур часына туранан-тура мөрәжәғәт иткән кешегә белдереү талоны тапшырыла, шулай уҡ ғаризаның теркәү номеры һәм датаһы хәбәр ителә.

Кеше хәбәрһеҙ юғалған осраҡта ғариза йәки хәбәр билдәләнгән закон тәртибендә теркәлә. Был осраҡта уның һуңғы йәшәү урыны буйынса әйберҙәрен һаҡларға кәрәк.

Енәйәт тураһында ғариза йәки хәбәр буйынса өс тәүлек, ә айырым осраҡта - 10 тәүлек эсендә эске эштәр органдары тарафынан түбәндәге ҡарарҙарҙың береһе ҡабул ителергә тейеш: енәйәт эше тергеҙеү; енәйәт эше тергеҙеүҙән баш тартыу; мәҫәлән, прокуратура органдарына йәки мировой судҡа ғариза, хәбәр тапшырыу.

Ҡабул ителгән ҡарар тураһында ғариза тапшырыусыға хәбәр ителә. Рәсәй Енәйәт Кодексының 123, 124, 125 статьяларына ярашлы, ғариза тапшырыусы прокуратураға йәки алдан тикшереү эше урыны буйынса судҡа ҡабул ителгән ҡарарға ялыу бирергә хоҡуҡлы.

Рәсәй Федерацияһы граждандары менән бер рәттән сит ил граждандары ла, гражданлығы булмаған кешеләр ҙә енәйәттәр һәм фажиғәләр тураһында ғариза тапшыра һәм башҡа мәғлүмәт бирә ала.

Ғариза тапшырыусы эш алып барылған телдә йәки үҙенең телендә ғариза яҙырға; уның ғаризаһы буйынса ҡабул ителгән ҡарар тураһында хәбәр алырға; енәйәттәр һәм фажиғәләр тураһында ғариза, хәбәр һәм башҡа мәғлүмәтте тикшереүгә бәйле эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең эше тураһында эске эштәр органы начальнигына, шулай уҡ юғары эске эштәр органына (БР буйынса Эске эштәр министрлығы), прокуратура органына һәм башҡа компетентлы учреждениелар һәм ойошмаларға үҙе барып йәки «Ышаныс телефондары» аша ялыу бирә ала.

Эске эштәр министрлығына һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр органдарына ебәрелгән ниндәй ҙә мәғлүмәт мотлаҡ тәртиптә һәм закон тарафынан билдәләнгән срокта тикшереләсәк һәм ғариза тапшырыусыға хәбәр ителәсәк.

И.С.ҠОЛҺАРИН, Рәсәй Эске эштәр министрлығының

Стәрлебаш районы бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы.
Читайте нас: