Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
29 Июнь 2018, 12:11

Присяжный заседателдәр - «факт судьялары» ул

Ағымдағы йылдың 1 июненән БР Стәрлебаш район-ара судында присяжный заседателдәр эшләй башланы, улар енәйәт эшен тикшереү һөҙөмтәһе буйынса кәңәшләшеү бүлмәһендә яуапҡа тарттырылыусының ғәйепле йәки ғәйепһеҙ булыуы тураһында ҡарар ҡабул итәсәк.

Улар эштең фактик өлөшө менән генә шөғөлләнә, шуға ла уларҙы «факт судьялары» тип тә йөрөтәләр. Бының өсөн бер ниндәй ҙә махсус белем талап ителмәй. Улар өс төп һорауға яуап бирергә тейеш: беренсе һорау енәйәт ваҡиғаһы буйынса: «Енәйәт ҡылыныуы иҫбатланғанмы?», икенсе һорау хөкөмгә тарттырылыусының енәйәт ҡылыуға ҡатнашлығы тураһында: «Хөкөмгә тарттырылыусының енәйәт ҡылыуы иҫбатланғанмы?», һәм өсөнсө һорау ҡулға алыныусының ғәйепле булыу-булмауы тураһында: «Яуапҡа тарттырылыусы енәйәт ҡылыуҙа ғәйеплеме?». Әгәр ошо һорауҙарҙың береһенә булһа ла кире яуап ҡайтарылһа, аҡлау вердикты сығарыла. Өс һорауға ла ыңғай яуап бирелһә, ғәйепләү вердикты сығарыла. Әгәр өс һорауҙың барыһына ла ыңғай яуап ҡайтарылһа присяжный заседателдәр: «Ғәйепләнеүсенең ғәйебен ғәфү итеп буламы?» тигән өҫтәмә, дүртенсе һорауға яуап бирә. Өҫтәүенә, барлыҡ хоҡуҡи, юридик мәсьәләләр присяжный заседателдәрҙән тыш профессиональ судья тарафына хәл ителә.

Суд тарафынан присяжный заседателдәр ҡатнашлығында РФ Енәйәт кодексының 105 статьяһының 2 бүлегендә (ауыр хәл-шарттар менән кеше үлтереү), РФ Енәйәт кодексының 277 статьяһында (дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре ғүмеренә ҡул һуҙыу), РФ Енәйәт кодексының 295 статьяһында (суд эшмәкәрлеге йәки алдан тикшереү алып барған шәхес ғүмеренә ҡул һуҙыу), РФ Енәйәт кодексының 317 статьяһында (хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре ғүмеренә ҡул һуҙыу) ҡаралған енәйәттәр тураһында енәйәт эштәре тикшереләсәк. Бынан тыш, барлыҡ ғәйепләнеүселәргә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 105 статьяһының 1 бүлегендә (ауыр хәл-шарттарһыҙ кеше үлтереү), РФ Енәйәт кодексының 111 статьяһының 4 бүлегендә (белә тороп кеше ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн хәүефле, ауыр зыян килтереп, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында зыян күреүсенең үлеменә килтереү) ҡаралған енәйәт эштәрен тикшереү мөмкин. Хөкөмгә тарттырылыусы, ғүмерлеккә хөкөм ителеү тәғәйенләү осраҡтарынан тыш, присяжныйҙар судын үҙе һайлай ала.

Присяжныйҙар коллегияһы составы алты кешенән торасаҡ. Уларҙың тауыштары «эйе» һәм «юҡ»ҡа тигеҙ бүленгән осраҡта аҡлау хөкөмө сығарыла. Присяжный заседателдәргә кандидаттар дөйөм һәм запастағы исемлеккә ярашлы һайлана. Муниципаль берәмеккә присяжный заседателдәргә кандидаттар «Һайлау» Дәүләт автоматлаштырылған системаһын ҡулланып, уның мәғлүмәт ресурсында булған персональ мәғлүмәттәр нигеҙендә (юғарыла атап үтелгән сәбәптәр буйынса присяжный заседателдәр була алмаған шәхестәрҙән тыш) осраҡлы һайлау юлы менән билдәләнә.

Граждандарға исемлектәр төҙөү тураһында хәбәр ителә, һәм улар менән танышыу һәм уларҙы төшөрөп ҡалдырыу йәки аныҡ булмаған мәғлүмәттәрҙе төҙәтеү зарурлығы тураһында яҙма ғариза тапшырыу өсөн уларҙың ике аҙнаһы була. Присяжный заседателгә ғәҙел хөкөмдө тормошҡа ашырғаны өсөн федераль бюджет иҫәбенән присяжный заседателдең ғәҙел хөкөмдө тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу көнө һанына пропорциональ, әммә ошондай уҡ осорҙа уның төп эш урыны буйынса присяжный заседателдең уртаса хеҙмәт хаҡынан кәм булмаған судьяның вазифа окладының икенән бер өлөшө күләмендә компенсация түләнә.

Присяжный заседателгә суд тарафынан командировка, шулай уҡ суд булыу урынына барыу һәм кире ҡайтыуға транспорт сығымдары ҡаплатыла. Төп эш урыны буйынса ғәҙел хөкөмдө тормошҡа ашырыу буйынса бурыстарҙы үтәгән осорҙа уның хеҙмәт законы тарафынан ҡаралған гарантиялары һәм компенсациялары һаҡлана. Присяжный заседателде эштән бушатыу йәки эш биреүсе инициативаһы буйынса уны башҡа эшкә күсереү мөмкин түгел. Присяжный заседателдең ғәҙел хөкөмдө тормошҡа ашырыу бурыстарын үтәү ваҡыты барлыҡ хеҙмәт стажы төрҙәрен иҫәпләүҙә иҫәпкә алына. Бынан тыш, ул уның ғәҙел хөкөмдө тормошҡа ашырыу осоронда бойондороҡһоҙлоҡ һәм судьяларҙың ҡағылһыҙлыҡ гарантияларына эйә.

Розалия ИБРАҺИМОВА,

БР Стәрлебаш район-ара суды консультанты.


Читайте нас: