Суд ҡарары буйынса алимент түләргә тейешле ир 2017 йылда РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35.1 статьяһы 1-се бүлеге буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуына ҡарамаҫтан, йәнә төплө сәбәпһеҙ уға закон буйынса йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙән һәм ике айҙан ашыу балиғ булмаған ике балаһына алимент түләүҙән баш тартыуы билдәләнде.
Эште тикшергән ваҡытта, ғәйепләнеүсе судтан ҡасып, йәшәү урынынан китмәҫкә яҙма йөкләмәне үтәмәүгә бәйле, элекке бирелгән яза уны ҡулға алыуға алмаштырылды.
Суд ултырышында ул енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен тулыһынса таныны һәм үҙ ҡылыҡтарына үкенде.
Суд уға дәүләт килеменә эш хаҡының 10 процентын тотоу менән алты айға төҙәтеү эштәре төрөндә яза тәғәйенләне.
Ҡарар законлы көсөнә инде.
Азамат ҒӘЛИЕВ, Стәрлебаш районы буйынса суд участкаһының мировой судьяһы.