Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
26 Ғинуар 2018, 16:39

Спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатҡан өсөн - яза ҡәтғиләнде

Милләтең сәләмәтлеген һаҡлау - хоҡуҡ һаҡлау органдарының өҫтөнлөклө бурыстарының береһе, һәм беҙҙең Сәтрлебаш районы бүлеге тарафынан уҙған йылда көн һайын ошо йүнәлештә эш алып барылды.

Статистика буйынса, енәйәттәрҙең яртыһы тиерлек иҫерек хәлдәге кешеләр тарафынан ҡылына. Закон тарафынан ҡабул ителгән барлыҡ сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, алкоголь продукцияһы законһыҙ һатыу менән шөғөлләнгән кешеләрҙән һатып алына. Мәҫәлән, бүлек хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2017 йылда ошо өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн РФ Административ кодексының төрлө статьялары буйынса 39 административ хоҡуҡ боҙоу асыҡланды. Суд тарафынан 67 мең һум дөйөм суммаға штраф һалынды һәм түләтелде. 1737 литр алкоголь продукцияһы законһыҙ әйләнештән алынды. РФ Енәйәттәр кодексының 238 статьяһы буйынса ҡулланыусыларҙың тормош һәм сәләмәтлек хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән спиртлы эсемлектәр һатҡан өсөн ике енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Алкоголь продукцияһын законһыҙ һатҡан өсөн бер үк кешеләрҙе бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырыу факты айырыуса борсоулы. Был йәһәттән халыҡ араһында эске эштәр органдары эшмәкәрлегенә ҡарата ике төрлө фекер тыуа. РФ закондарында үҙгәрештәргә бәйле, 2017 йылдың 26 июленән алкоголь продукцияһын ҡабаттан һатҡан өсөн РФ Енәйәттәр кодексының 171.4 статьяһына ярашлы енәйәт яуаплылығы ҡарала һәм 30 мең һумға тиклем штраф һалына.

Уҙған йылда район территорияһында халыҡҡа спиртлы продукция һатыу менән шөғөлләнгән такси водителдәре асыҡланды. Был «сервис» ауыл халҡына алкоголь продукцияһын тәүлектең ниндәй ҙә ваҡытында өйгә килтереп биреү мөмкинлеген бирә.

Спиртлы эсемлектәр һатыусылар менән эш ағымдағы йылда ла әүҙем дауам итә. Йыл башынан спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыуға бәйле дүрт административ хоҡуҡ боҙоу асыҡланды. Ғәйепле кешеләр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Илшат ХӘМИҘУЛЛИН,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы буйынса полиция участкаһы уполномоченныйҙары һәм балиғ балмағандар эштәре бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Читайте нас: