Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
22 Ғинуар 2018, 11:23

Ялған прописка менән шаярмайҙар

Күптән түгел Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексы 322.2, 322.3 статьялары менән тулыланды, уларҙа тороу йәки йәшәү урыны буйынса Рәсәй Федерацияһы граждандарын ялған теркәгән, шулай уҡ сит ил гражданын йәки гражданлығы булмаған кешене йәшәү урыны буйынса ялған теркәгән һәм, тиңдәшле рештә, сит ил гражданын йәки гражданлығы булмаған кешене йәшәү урыны буйынса ялған теркәгәнгә яуаплылыҡ өсөн енәйәт яуаплылығы ҡарала.

Атап үтелгән енәйәт составтары ҙур булмаған ауырлыҡтағы енәйәттәргә ҡарай, тимәк, бының өсөн иң ҡаты яза 3 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай. 100 мең һумдан 500 мең һумға тиклем йәки 3 йылға тиклем осорҙа хеҙмәт хаҡы йәки башҡа килем күләмендә штраф, йәки 3 йылға тиклем мәжбүри эш - иректән мәхрүм итеү альтернативаһы булып тора.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең районда ла ошоға бәйле законды боҙоу факты теркәлгән. Мәҫәлән, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлегенең тәүтикшереү төркөмө тарафынан 2017 йылдың ноябрендә Рәсәй Федерацияһы гражданы, Күндерәк ауылында урынлашҡан торлаҡ өй хужаһына ҡарата РФ Енәйәт кодексының 322.2 статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. 2015 йылдың декабрендә, 2016 йылдың июлендә һәм 2017 йылдың февралендә ул Рәсәй Федерацияһында йәшәү урыны буйынса, атап әйткәндә, Күндерәк ауылындағы өйөндә Тажикстан Республикаһының ике гражданын ялған теркәгән. Ул үҙе ауылда йәшәмәгән (ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй). Өйө буш торған, электр уты һәм газ тоташтырылмаған булған. Тажикстан Республикаһы граждандары ла теркәлеү урыны буйынса йәшәмәгән, йәшәргә лә йыйынмаған. Улар ҙа Салауат ҡалаһында йәшәп, шунда хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған. Был осраҡта гражданка аңлы рәүештә миграция хеҙмәтен юғарыла атап үтелгән граждандарҙың миграция иҫәбе ҡағиҙәләрен үтәү һәм уларҙың беҙҙең ил территорияһында йәшәүен контроллек итеү ән мәхрүм итә.

Хөрмәтле район халҡы! Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлеге Рәсәй Федерацияһында сит ил гражданын йәки гражданлығы булмаған кешене ялған теркәргә ярамағанлығы тураһында иҫкәртә. Был законһыҙ! Был турала онотмағыҙ! Бының өсөн енәйәт яуаплылығы ҡарала!!!

Әлиә ХОҘАЙБИРҘИНА,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлегенең тәүтикшереү төркөмө начальнигы.
Читайте нас: